Башҡортостандан табип менән шәфҡәт туташынының исем-шәрифтәре “COVID-19” пандемияһында ғүмере өҙөлгән ил медицина хеҙмәткәрҙәренең “Иҫтәлек исемлеге”нә индерелде. Әлеге ваҡытта унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300 медицина хеҙмәткәренең фамилияһы бар.
Май башында Мәскәү эргәһендә яңы коронавирус инфекцияһынан Өфөнән 28 йәшлек табип, Егорьевск үҙәк район дауаханаһының 3-сө поликлиникаһы терапевы Наил Саматов вафат булғайны. Ул былтыр ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, быйыл ғинуарҙа участка табибы булып эшкә урынлашҡан. Ул өйөндә дауаланған пациентты ҡарағанда инфекция йоҡторған булған.
Апрелдә “COVID-19”-ҙан Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы 56 йәшлек Елена Никанорованың ғүмере өҙөлдө. Ҡатын үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә эшләгән. Әммә хеҙмәткәрҙәр етешмәүе сәбәпле, дауахананың сирлеләрҙе ҡабул итеү бүлегенә күсерелгән. Ә унда пневмония менән ауырыған кешеләр килгән. Өҫтәүенә медицина хеҙмәткәре шәкәр диабетынан яфаланған булған. Уның коронавирус инфекцияһынан үлеүен төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлағайны.
Ошо медицина хеҙмәткәрҙәрененең иҫтәлек сайтын ойоштороусыларҙың береһе Алексей Эрлих “Новая газета” баҫмаһына белдереүенсә, медицина хеҙмәткәренең вафаты тураһында хеҙмәттәштәре йә туғандары хәбәр итә икән. “Хәтер исемлеге”нә исем-шәрифтәрҙе индереү өсөн сайттаға форманы тултырырға һәм ошо мәғлүмәтте нығыраҡ аныҡлау өсөн бәйләнеш телефоны һандарын яҙырға кәрәк.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һунғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре коронавирус инфекцияһын йоҡторған.
Фотолар: социаль селтәрҙән.