Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле утыҙҙан ашыу милексе “Ҡала Советы эрмитажы” торлаҡ комплексындағы фатир асҡыстарын алды.
2-се секциялағы торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу өҙлөкһөҙ бара. Комплекстың башҡа секцияларындағы төҙөлөш-монтаж эштәре дәүләт комитетының “юл картаһы”на ярашлы башҡарыла.
Мәғлүм булыуынса, Мәскәү янындағы “Баҡса ҡулсаһы” компанияһы март айында “Госстрой” менән ваҡытында сафҡа индерелмәгән йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса килешеү төҙөгәйне. Проблемалы объекттар “Ҡала Советы эрмитажы”, “Ағиҙел”, “Ленин урамындағы эрмитаж”, “Мәскәү” торлаҡ комплекстарында урынлашҡан.
– Беҙҙең йорттоң төҙөлөүе тураһында ишеткәс, шатлығымдың сиге булманы, – ти “Ҡала Советы эрмитажы”ндағы фатир милексеһе Радмила Муллағәлиева. – Проблемалы объекттарҙы контроленә алғаны өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт. “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө байтаҡ ғаиләне бәхетле итеп, яңы торлаҡты сифатлы төҙөр, ваҡытында файҙаланыуға тапшырыр, тип өмөтләнәм.
Объекттар һалынған инвестиция сиктәрендә төҙөлә. Быйыл девелопер йөкләмәләрҙе үтәү йәһәтенән ошо эшкә 400 миллион һум аҡса йүнәлтмәксе. Инвестор проблемалы объекттар төҙөлөшөнә 3,4 миллиард һум тотонорға ниәтләй.
Фото: building.bashkortostan.ru