Райондарҙа коронавирусҡа бәйле ойошторолған ярҙам акциялары дауам итә. Дүртөйлө районында ла “Ғаилә” үҙәге, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма комитеты һәм ирекмәндәр ярҙамында 65 йәштән өлкәндәргә – 579, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 1068 пакет аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратылған.
– Бөтәһенә лә әҙерләнек, республика етәкселеге һәм бағыусылар ярҙам итте. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, “Сим” йәмғиәте директоры Марс Ғиндуллинды, “Таң” йәмғиәте директоры Ринат Сәхибзадинды телгә алырға мөмкин. Таратыу үҙәгенән ирекмәндәр килеп ала һәм адрестар буйынса илтә, – ти район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлеге начальнигы Илшат Зәкирйәнов.