Социаль мәсьәлә
29 Май 2020, 06:06

“Тиҙҙән барыһы ла яйланыр”

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһы сиктәрендә Учалы районында күп балалы 18 ғаиләгә ноутбуктар, планшеттар тапшырылды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһы сиктәрендә Учалы районында күп балалы 18 ғаиләгә ноутбуктар, планшеттар тапшырылды.
Наурыҙ ауылында йәшәүсе Зилиә менән Әлим Хөснуллиндар ғаиләһендә өс бала үҫә. Вилдан – сығарылыш класы уҡыусыһы, Зәлиә – һигеҙенселә, ә кинйә улдары Арслан дүртенсе класта белем ала.
Ғаилә башлығы Әлим Вил улы, ҡалаға йөрөп, Ҡатырға-рубероид заводында хеҙмәт итә, Зилиә Салауат ҡыҙы – баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы. Ғаилә ауыл, район кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, сәләмәт тормош яҡлы. Бер нисә йыл рәттән районда “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ярышында алдынғы­лыҡты бирмәйҙәр.
Ауыл ере халыҡҡа шәхси хужалыҡты йәйелдереү мөм­кин­леген бирә, ялҡауың ғына килмәһен. Был йәһәттән Хөс­нуллиндарҙың ике тиҫтәләп һыйыр малы, алтмышҡа яҡын һарығы бар. Бесәнде тырыш ғаилә үҙ техникаһы менән әҙерләй. Йәйҙәрен күп итеп ҡош-ҡорт алып аҫрайҙар, мул баҡса үҫтерәләр. Түтәл утау булһынмы, ҡаҙҙар көтөүме – был эштәр балалар яуаплыл­ы­ғында.
– Тормошта юғалып ҡалма­һындар, эш рәтен белеп үҫһендәр тип, йорт-ҡура тирәһендәге күп эштәргә йәлеп итәбеҙ. Әлбиттә, уҡыуҙа ла һынатмаһындар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырырға ынтылабыҙ, – ти хужабикә.
Ысынлап та, Хөснул­лин­дарҙың үҙ ҡулдары менән һалып сыҡҡан ҙур, күркәм йорттарында һәр бала өсөн айырым мөйөш бүленгән. Өйҙә компьютер бар. Быға тиклем ул өс баланың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, әммә арауыҡта белем алыуға күскәс, проблемалар тыуа.
– Юғары уҡыу йортона инергә уйлайым, ниндәй һөнәр һайларымды үҙем өсөн күптән билдәләгәнмен, шуға күрә үҙаллы күп шөғөлләнергә, күп уҡырға кәрәк. Бер компьютер өсөбөҙгә лә етмәй ине. Ноутбуклы булғас, уҡыуы күпкә еңеләйҙе, бүләк өсөн рәхмәт, – ти яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән Вилдан.
Зәлиә менән Арыҫлан да ағайҙарынан ҡалышмай, уҡыу­ҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла һынатмайҙар. Зәлиә бейергә ярата, Уральск ҡасабаһына йөрөп, “Ирәмәл” бейеү ан­самблендә шөғөлләнә, Арыҫлан – һүҙ оҫтаһы, районда уҙға­рылған шиғыр һөйләүселәр конкурсында былтыр беренсе урынды яулай, икеһе лә уҡыу алдын­ғылары.
– Коронавирус инфекция­һына бәйле хәл барыбыҙҙың да тормошон үҙгәртте. Өйҙән уҡыу башта балаларға ҡыҙыҡ тойола ине, әммә тиҙ ялҡ­тылар, мәктәптә уҡыуҙы һағыналар. Үҙемдең уҡыусы­ларым да шулай ти. Ни эшләйһең инде, төрлө хәлдәргә ҡулайлашырға тура килә. “Берҙәм Рәсәй”гә, Хөкүмә­тебеҙгә ишле ғаиләләрҙе ошондай ауыр мәлдә иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай, ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Алла бирһә, тиҙҙән барыһы ла яйланыр, бер аҙ ғына түҙәйек, – тигән теләктәрен белдерҙе күп балалы әсә.
Читайте нас