Өфө районының Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге әҙер. Ул бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелде.
Йоғошло ауырыуҙар үҙәге тиҙ ҡоролған модулле конструкцияларҙан торған бер ҡатлы комплексты тәшкил итә. Дауаханала 100 палаталы (82 бокс һәм 18 реанимация) ике бүлек, диагностика, дезинфекция бүлектәре, хеҙмәткәрҙәр өсөн 46 кешелек дөйөм ятаҡ, 25 кешелек ашхана бар. Биләмәлә санитария транспортын эшкәртеү майҙансығы, таҙартыу ҡоролмалары, резерв энергия сығанаҡтары, ҡаҙанлыҡ, кислород станцияһы урынлашҡан.
Йоғошло ауырыуҙар бүлектәре махсус бокстар, санитария узелдары, шлюздар, ә башҡа бүлмәләр автономиялы елләтеү ҡулайламалары, һауаны таҙартыу, һауа бүлеү системалары менән тәьмин ителгән.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалау өсөн яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәген ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү бурысын ҡуйҙы. Дауахана республикала, хатта бөтә илдә лә иң яҡшы медицина ойошмаһы исеменә дәғүә итә ала, тиергә мөмкин. Учреждениеның ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – 55 көндә төҙөлөүен иҫәпкә алһаҡ, быны ысын уңыш тип атарға була. Хәҙер уның хужалары – табиптар, – тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Беҙ йылдам ойошҡанлыҡ һәм эшкә традицион бюрократик ҡараштарҙан баш тартыу нигеҙендә тейешле һөҙөмтәгә тиҙ һәм сифатлы өлгәшеү мөмкинлеген раҫланы”.
Беренсе вице-премьер төҙөүселәргә фиҙакәр һәм тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.
– Төҙөүселәребеҙ көнө-төнө эшләне. Был – ысын ҡаһарманлыҡ. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен, – тине Андрей Назаров. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандағы удар төҙөлөш тәжрибәһе менән башҡа төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар.
Әйткәндәй, төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың 80 проценттан ашыуы республикала етештерелгән.