Социаль мәсьәлә
29 Май 2020, 06:04

“Ярҙамдары өсөн рәхмәт!”

Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан ғәмәлгә индерелгән “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһы нигеҙендә республика муниципалитеттарын­дағы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә­ләр өсөн 500 планшет тапшырылды. Урын­дарҙа улар сығарылыш имтихандары һынауҙа­рын уңышлы үтеп, юға­ры уҡыу йорттарына һәм колледждарға ин­һен өсөн ХI класс уҡыу­сы­ларына таратылды.

Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан ғәмәлгә индерелгән “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһы нигеҙендә республика муниципалитеттарын­дағы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә­ләр өсөн 500 планшет тапшырылды. Урын­дарҙа улар сығарылыш имтихандары һынауҙа­рын уңышлы үтеп, юға­ры уҡыу йорттарына һәм колледждарға ин­һен өсөн ХI класс уҡыу­сы­ларына таратылды.


Ҡулайламалар арауыҡта белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла. Улар “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Рәсәй юрис­тар ассоциацияһы тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған.


Белорет районының да 17 ғаиләһенә ошондай уҡ бәхет йылмайҙы – көтмәгәндә улар планшетлы булды.

Зыяевтар Белорет ҡалаһында йәшәй, ғаиләлә тәрбиәләнгән өс ҡыҙ ҙа 3-сө мәктәптә белем ала. Лилиана – туғыҙынсыны, Милана икенсене тамамлай, ә баш балалары – Диана сығарылыш класс уҡыусыһы.


Ғаилә башлығы Илгиз Хәмит улы “Белорет пружинаһы” йәм­ғиәтендә оператор булып хеҙмәт итә, Фәүзиә Марс ҡыҙы – социаль хеҙмәткәр.


– Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе арҡаһында ара­уыҡ­та белем алыуға күскәс, ҡыҙҙарыбыҙға өйҙә шөғөлләнеү проблема тыуҙырҙы. Өсөһө лә уҡыусылар бит, етмәһә, ике ҡыҙыбыҙ сығарылыш кластарында уҡый.


Хөкүмәтебеҙгә күп балалы ғаи­ләләрҙе хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Иң тәүҙә аҙыҡ-түлек йыйылмалары алып шатландыҡ. Дианаға планшет тапшырғандан һуң, ҡыҙ­ҙарға уҡыуы күпкә еңеләйҙе. Мәк­тәп директоры Владимир Дахтинға, класс етәксеһе Светлана Черно­усоваға һәм, әлбиттә, мөһим проектты тормошҡа ашырып йәш быуынды шатлан­дырған “Берҙәм Рәсәй”гә ҙур рәхмәт.


Ә инде Президентыбыҙҙың 3 – 15 йәшлек балаларға ярҙам маҡсатында 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләү тураһында Указға ҡул ҡуйыуын бигерәк тә ҡыуанып ҡабул иттек, – ти Фәүзиә Марс ҡыҙы.


2011 йылда Зыяевтар ҡаланың Выселки-2 биҫтәһендә күп балалы ғаиләләргә ярҙам програм­маһы сиктәрендә ер биләмәһе ала. Әле унда ҙур итеп йорт һалалар.


– Тормошта юғалып ҡалма­һындар өсөн, ҡыҙҙарыбыҙҙы хеҙ­мәт­кә өйрәтеп үҫтерергә тыры­шабыҙ. Улар – беҙҙең ярҙамсы­ларыбыҙ, йортта ла, баҡсала ла ихлас эшләйҙәр. Быйыл да күп итеп йәшелсә, еләк-емеш ултырт­тыҡ. Магазиндыҡы үҙең үҫтер­гәнгә етмәй инде. Өҫтәүенә ғаилә бюджетына ла ярайһы уҡ ярҙам, – ти күп балалы әсә.


Бүләккә бигерәк тә Диана шат.

– Быға тиклем өсөбөҙгә бер ноутбук ине. Арауыҡта уҡы­тыуға күскәс, ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты. Өйгә эштәр күбәйҙе, һәр кемдең үҙ дәресе, үҙаллы шөғөлләнергә лә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеп тә китә инек.


Мин бирелгән һәр күнегеүҙе ваҡытында башҡарырға тырышам, шулай еңелерәк. Яратҡан предметтарым – рус әҙәбиәте, физкультура һәм башҡорт теле. Математика һәм физиканан имтихан тапшырырға йыйынам. Ниндәй уҡыу йортон һайла­рым­ды әлегә аныҡ хәл итмә­гәнмен, әммә шуныһын әйтә алам – ул төҙөлөш тармағы менән бәйле буласаҡ. Республика етәк­се­легенә беҙгә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, – тине Диана.


Лилиана ла 9-сы класты та­мамлағас, мәктәптә уҡыуҙы артабан дауам итергәме, әллә кол­леджға инергәме, тип баш вата.

– Мәктәптә уҡытыусы бары­һын да аңлатып төшөндөрә, ә дистанцияла уҡыу ҡатмар­лыраҡ: үҙаллы күп эшләргә, өйрәнергә тура килә. Планшет өйҙә уҡыу процесын күпкә еңеләйтте, – тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙ.


Марина САРАНЦЕВА, Белорет районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы:


– Пандемия уҡыу процесына ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы – 22 майҙа, ә ҡалған уҡыусылар өсөн 29 майҙа тамамланды. 9-сы кластар өсөн һайланған предметтар буйынса имтихандар үткәрелмәйәсәк.


Төп дәүләт имтихандарын юҡҡа сығарыу һәм 11-се кластар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын кәрәк осраҡта ғына тапшырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Имтихандарға әҙерлек эше беҙҙә күптән башланды, сараны уҙғарыу пункт­тары билдәләнгән. БДИ үткәргәндә бөтә санитар норма талаптары үтә­ләсәк, аудиторияларҙа уҡыусылар һаны кәме­теләсәк. Быны иҫәпкә алып, резерв пункттар, аудиториялар ҙа әҙер­ләнгән.
Һуңғы ҡыңғырау тан­танаһын, сығарылыш кисәләрен уҙғарыуҙың төрлө варианттарын ҡарайбыҙ.

12 майҙан балалар баҡсалары эшләй башланы. Уларҙа ата-әсәһе эшкә сыҡҡан балалар өсөн дежур төркөмдәр ойошто­ролған. Балалар учреждениеларында ла санитар талаптар етди күҙәтелә.
Читайте нас