Социаль мәсьәлә
31 Май 2020, 17:00

Сибайҙа 100-сө ғаилә барлыҡҡа килде

Мөхәббәт барыһынан да көслөрәк, ти йәштәр.

Май айының һуңғы көндәрендә Сибай ҡалаһында йәшәгән Анна менән Руслан никахтарын теркәне. Бер-береһен яратҡан йәштәр "май айында өйләнешергә ярамай", тигән ырым-юрауға ышанып тормаған. “Иң мөһиме - бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, ә һөйөүгә сик юҡ”, - ти йәштәр.
Үҙҡурсаланыу шарттарында теркәлгән никах тантанаһында йәштәр үҙҙәре генә булды, шулай уҡ һаҡланыу саралары тулыһынса үтәлде.
- Йәмле май айының һуңғы көндәрендә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө ғаилә парының никахы теркәлде, - ти Граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева. — Руслан Мифтахов һәм Анна Курилованы законлы рәүештә ир һәм ҡатын булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мөхәббәттәре ғүмер буйы оҙатып килһен, тормоштары матур булһын.
Фото: Сибай ҡалаһы сайтынан.
Читайте нас