Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡамауҙа ҡалған Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған йәштәге концлагерь тотҡондары, һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, тыл хеҙмәткәрҙәре Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә аҡсалата түләү алды.
Юбилей түләүҙәре федераль (75 мең һәм 50 мең һум – категорияһына ҡарап) һәм төбәк (25 мең һәм биш мең) бюджеттарынан бирелде.
Үкенескә ҡаршы, документтар һаҡланмау сәбәпле, республикала йәшәгән биш меңгә яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәтен раҫлай алмай. Башҡортостан Башлығы Указы менән Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә ошо категорияға ингән граждандарға биш мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән төбәк түләүҙәре тәғәйенләнде.