Социаль мәсьәлә
2 Июнь 2020, 09:23

Кисектергеһеҙ саралар айырыуса әһәмиәткә эйә

Көрсөктән аҙыраҡ юғалтыуҙар менән сығырға ине.

Яңы коронавирус инфекцияһы тормошобоҙҙа тәрән эҙ ҡалдырасағы билдәле. Иҡтисад тармаҡтарының күбеһе эшмәкәрлектәрен туҡтатып, билдәһеҙлек алдында ҡаушап ҡалды. Илдә 5,3 миллион кеше бөгөн ғәҙәттәгесә эшкә ашыҡмағас, 526 меңдән ашыу предприятие ишектәрен япты. Эҙемтәләр көтөлгәндән тәрәнерәк, ауырыраҡ булмаһын һәм көрсөктән аҙыраҡ юғалтыуҙар менән сығыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте эш планы тәҡдим итте.


Дәүләт хәстәрлек күрә


Аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек проблемаларын иҫкәртеү буйынса Хөкүмәт тәүге көндәрҙән үк ашығыс саралар күрергә ашыҡты. Бизнес өсөн процентһыҙ кредиттар һәм гранттар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һалым һәм страховка түләүҙәрен кисектереү, ташламалы кредит программаһын киңәйтеү, ҡуртым түләүҙәрен һуңғараҡ ҡалдырыу, туристик операторҙар, авиа­компанияларға ярҙам һәм пандемия һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә төшөү алдында торған тармаҡтарға һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтеү... Был исемлекте тағы ла дауам итергә булыр ине.
Халыҡтың килемен кәметмәү буйынса күрелгән сараларҙың тәүгеләре 20 марттан 1 июлгә тиклем сит ил­дәрҙән ҡайтҡан кешеләргә ҡағылды. Улар эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын ябай­лаштырылған тәртиптә алыу мөмкин­легенә эйә булды. 65 йәштән өлкәнерәк эшләгән пенсионерҙар шулай уҡ дистанциянан тороп “больничный” рәсми­ләштереү хоҡуғынан файҙаланды.

Йыл дауамында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса айлыҡ түләүҙәрҙең минималь күләме бер МРОТ-ҡа (хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле) тиклем арттырылды. Ә был сара илдәге 20 миллиондан ашыу кешегә ҡағылды – социаль пособие һәм ташламалар автоматик рәүештә алты айға оҙайтылды, бер ниндәй өҫтәмә белешмә лә, барып йөрөү ҙә кәрәкмәне. Әсәлек капиталына хоҡуҡлы өс йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә өс ай дауамында биш мең һум күләмендә өҫтәмә пособие ҡаралған. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙар тәрбиәләгән ғаиләләр пособиены билдәләнгәндән бер айға алда ала башлаясаҡ.
Ҡулланыу кредиттары йәки ипотека түләмәгән кеше беҙҙә һирәктер. Килеме 30 проценттан кәмегән һәр кем түләүҙәрҙе кисектереү буйынса алты айға тиклем каникул алыу мөмкин­легенә эйә. Апрель урталарында 585 меңдән ашыу ғаризаның яртыһы ҡәнәғәтләндерелгән дә инде.
Күҙгә күренмәгән фронттың алғы һыҙығында үлемгә ҡаршы көрәшкән табиптар, шәфҡәт туташтары, “Ашығыс ярҙам” фельдшерҙарына, водител­дәренә 1 апрелдән эш хаҡы арттырылды (25 меңдән 80 мең һумға тиклем). 1 марттан һуң эштән буша­тылғандарға апрель – июнь айҙарында максималь пособие тәғәйенләнә. Шулай уҡ ата-әсәнең икеһе лә эшһеҙ ҡалғанда, өс ай дауамында һәр балаға өс мең һум күләмендә пособие түләнә.


Коронавирус эшһеҙ ҡалдырҙы...


Эшһеҙлек буйынса пособиены нисек алырға? Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 50 меңгә етеүе ихтимал. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығының күҙаллауҙары шундай. Апрель аҙағында эшенән ҡолаҡ ҡаҡҡандар һаны 22 мең кеше ине.
Ил Президенты Владимир Путин пандемияға бәйле эшһеҙлек буйынса максималь пособие күләмен арттырыу хаҡында иғлан итте. Беҙҙең республикала эшһеҙлек буйынса максималь пособие күләме, төбәк коэффициентын да иҫәп­ләп, 13949 һум 50 тин. Әммә ҙур күләмдәге пособиены һәр кем ала алмаясаҡ. Уға кемдәр хоҡуҡлы?
2020 йылдың 1 мартынан һуң эшен юғалтҡан кешеләр (хеҙмәт хаҡының күпме булыуына бәйләнмәгән). Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 13949,50 һумлыҡ пособие 2020 йылдың апреленән июнь айы тамамланғансы түләнәсәк. Кем ошо ваҡытҡа тиклем бөтөнләй эшләмәгән, ә хәҙер иҫәпкә баҫырға ҡарар иткән, улар был суммаға дәғүә итә алмай, уларға бары эшһеҙлек буйынса 1725 һум күләмендәге минималь пособие тәғәйенләнәсәк. Бындай күләмдәге пособие хеҙмәт дисцип­линаһын боҙған өсөн эштән буша­тылған кешеләргә лә түләнә.
Әгәр ҙә кеше эшен февраль айында юғалтһа, ә хәҙер иҫәпкә торорға ниәтләһә, уға пособие элекке хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнәсәк. Уға һуңғы өс айҙағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡының 75 проценты кү­ләмендә түләнә, әммә 13949,50 һумдан арт­маҫҡа тейеш. Шулай итеп, максималь пособиеға дәғүә итеү өсөн айлыҡ эш ха­ҡы­ның 18598 һумдан да кәм булмауы шарт.

Әгәр ҙә эшһеҙ ҡалған кешенең ғаилә­һендә бәлиғ булмаған балалар ҙа булһа, по­собие күләме һәр бәлиғ булмаған бала өсөн өс мең һумға арттырыла. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 мар­тынан һуң эшһеҙ ҡалған һәм кәм тигәндә бер бала тәр­биәләгән кеше 16949,50 һум аҡса аласаҡ.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, эшһеҙ тип, эш эҙләгән һәм эш башларға әҙер булған хеҙмәткә һәләтле граждандар таныла. Ә кемдәрҙе эшһеҙҙәр рәтенә индереп булмай? Әгәр ҙә 16 йәш тулмаған йә иһә уға пенсия тәғәйенләнгән булһа, шулай уҡ яраҡлы эштән ике тапҡыр баш тартһа йәки үҙе тураһында ялған мәғлүмәттәр бирһә, был кешеләр эшһеҙ тип танылмай. Эшҡыуар сифатында теркәлгән йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡ һәм кооператив ағзаһы иҫәпләнгәндәр ҙә эшһеҙ тип һаналмай.
Эш хаҡын “конверт”тарҙа алғандар бары минималь күләмдәге пособиеға ғына дәғүә итә – 1725 һум.

Әгәр ҙә интернет аша Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәпкә тора алмаһағыҙ (“Работа в России” порталы аша дистанциянан тороп теркәлергә һәм ғариза бирергә), элеккесә алдан яҙылып, Күп функциялы үҙәккә ғариза бирә алаһығыҙ.
Ғариза биргәндән һуң ҡасан пособие түләнә башлаясаҡ? Әгәр ҙә кеше Мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә торғандан һуң эш таба алмаһа, ул ғариза теркәлгәндән һуң 11 көн дауамында эшһеҙ тип таныла. Ошо мәлдән уға пособие түләнә башлаясаҡ.

Читайте нас