Республикала “зәңгәр яғыулыҡ”һыҙ ауылдар йылдан-йыл кәмей. Йәшәү шарттары яҡшыра, һәр кемдең уңайлы мөмкинлектәрҙән файҙаланырға хаҡы бар.
Мәҫәлән, бөгөн Ишембай районының Ураҙбай ауылы халҡы ла оло шатлыҡ кисерҙе. Ни тиһәң дә, улар был ваҡиғаны ике тиҫтәгә яҡын йыл көттө!
Этҡол ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсановтың әйтеүенсә, газ торбалары ауылдың бар урамдары буйлап һалынған. Йәмғеһе 30 йорт заман яғыулығын тоташтырыуға әҙер. Әле тағы 50-нән ашыу өйгә газ үткәреү өсөн документтар әҙерләнә.