Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Июнь 2020, 10:45

Рамаҙан ай үҫәһен көн үҫә!

Сүп ояһында бер нисә сәғәт ятып, сабый ныҡ һыуыҡ алдырған, тән температураһы ни бары 32 градус күрһәткән.

Туймазы ҡалаһында сүп-сар һауыты эсендә табылған сабыйҙың хәле яҡшыра башлаған, тип хәбәр итә Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары. Уның тиҙ арала ауырлығын арттырыуына барыһы ла һөйөнә.
Сабый бер аҙна буйы реанимацияла үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған бупған. Етлекмәй тыуған баланың хәле яҡшырыуына өмөт әллә ни булмай. Сүп ояһында бер нисә сәғәт ятып, ул ныҡ һыуыҡ алдырған, тән температураһы ни бары 32 градус күрһәткән. Табиптар сабыйҙың йәшәргә тырышыуын, сәләмәтләнә барыуын мөғжизә тип иҫәпләй. Уның тән ауырлығы әле өс килограмға етеп килә. Медицина белгестәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!
Сабыйға Рамаҙан тип исем ҡушҡандар. Исемде йүнһеҙ әсәнең элекке ире тәҡдим иткән. Сабыйҙың атаһы кем булыуын әсә үҙе лә әйтә алмай. Ҡатындың ике балаһын да тартып алғандар, ә үҙенә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.
Фото: Bash.News.
Читайте нас: