Социаль мәсьәлә
5 Июня 2020, 08:30

Биш йәшлек cабыйға - һигеҙ миллион һумлыҡ дарыу!

Дауа алмаған пациенттар арҡаһын, муйынын тоймай, аҙаҡ - эске органдарын. Һөҙөмтәлә – үлем... “Спинраза” сирҙең үҫешен туҡтатырға һәләтле.

Ниһайәт, һирәк осрай торған ауырыуға дусар булған биш йәшлек Леона Сибирских һигеҙ миллион һум торған “Спинраза” препаратын алды. Уға беренсе инъекция яһалды. Башҡортостанға алты инъекция килтерелде.
Ҡыҙҙың диагнозы – арҡа - мускул атрофияһы. Шуға күрә ул йөрөй алмай. Дауа алмаған пациенттар арҡаһын, муйынын тоймай, аҙаҡ - эске органдарын. Һөҙөмтәлә – үлем... “Спинраза” сирҙең үҫешен туҡтатырға һәләтле.
Леонаға уколды кисә иртән яһанылар. Дарыу аяҡтар атрофияһын туҡтатырға тейеш. Бала бер йәшендә йөрөргә өйрәнгән сағында ғына аяҡһыҙ ҡала. Ике йәш ярымлыҡ булғас, ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла. Бындай сирлеләрҙе “смайлик” тип атайҙар. Тик диагноз йылмайыу тыуҙырмай.
“Спинраза” Рәсәйҙә тыйылғайны. Былтыр уны теркәнеләр. Бер инъекция һигеҙ миллион һум тора. Ә уны йылына бер нисә тапҡыр яһарға кәрәк. Республикала бында ауырыуҙар иллеләп. Хәйриә ярҙамында ла был тиклем ҙур сумманы йыйып булмай. Өмөт бары дәүләт ярҙамына ғына. Дарыу илдә теркәлгәс, табиплыҡ комиссияһы ҡарары буйынса пациенттың уны алыуға хоҡуғы бар.
Йыл дауамында Леонаға тағы дүрт инъекция яһарға тейештәр. Дауаханала ятҡан кескәй пациент өсөн, нисек кенә сәйер тойолмаһын, был йыл иң шатлыҡлыһы.
Фото:Bash.News.
Читайте нас