Социаль мәсьәлә
8 Июня 2020, 17:00

Социаль хеҙмәткәрҙәргә – наградалар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара уларҙың һөнәри байрамына – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналды.
– Һуңғы аҙналарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ирекмәндәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә кешеләр сәләмәтлеге өсөн көрәштең алғы һыҙығында, - тип билдәләне төбәк Башлығы. – Әлеге беҙ кисергән хәл-торош һәм шарттар айырыуса берҙәм булыуҙы, көстө бергә туплауҙы талап итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшмәкәрлегегеҙҙе үҙгәртеп ҡора алыуығыҙ, яңы шарттарға яраҡлашып эшләүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Республика Башлығы социаль хеҙмәткәрҙәргә һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм еңел булмаған, әммә кәрәкле хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.
Белешмә: Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы барлыҡ саралар Роспотребнадзорҙың һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғәмәлдәге күрһәтмәләрен теүәл үтәп ойошторола. Атап әйткәндә, санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн бинала даими рәүештә һауаны зарарһыҙландырыу һәм дезинфекциялау үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта 1,5 метр социаль арауыҡ һаҡлана. Республика Башлығы көн һайын коронавирус инфекцияһына тест тапшыра.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас