Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре белдереүенсә, быйыл ғинуарҙан март айына тиклемге осорҙа хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары, үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда, бер ни тиклем артҡан. Төп сәбәптәрҙең береһе – коронавирустан тыш, алкоголь менән мауығыу һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй белгестәр. Тимәк, сәләмәтлегебеҙ үҙебеҙҙең уға булған мөнәсәбәткә бәйле, шағир әйтмешләй, “үҙеңдән юҡ оло табип – аңла шуны”.
Медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рәсәйҙең Баш наркологы яңыраҡ илдә эскелеккә бәйле үлем осраҡтарының йылына 5-6 мең тирәһе тәшкил итеүен белдерҙе. Ә һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һуңғы осорҙа эскелек һөҙөмтәһендә вафат булыусыларҙың артыуын билдәләне. “Роспотребнадзор” яңы коронавирус эпидемияһы осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләүҙең мөһимлеген белдерһә лә, ҡолаҡ һалыусылар аҙҙыр, ахыры. Спирт организмдың иммун системаһына кире тәьҫир яһай, инфекцияға ҡаршы тороу һәләтен кәметә. Быйылғы ябай булмаған осорҙа “Айыҡ ауыл” кеүек программаларҙы үҫтереү маҡсатҡа ярашлымы?
– Һис һүҙһеҙ. Был социаль мәсьәлә күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел. Өҫтәүенә проекттың фәһемле, уңышлы яҡтары етерлек булды. Генетиктарҙың иҫәпләүенсә, бер эскесе ҡатынға шундай уҡ насар ғәҙәткә эйә дүрт ир тура килә. Алкоголизм нәҫел буйынса күсмәй, әммә тәртиптәге тайпылыштарҙың, хәүефләнеү, депрессияға тартылыуҙың бирелеүе ихтимал. Психиатрҙарҙың әйтеүенсә, кеше тормошта алкоголде йәки наркотикты “миңә бик кәрәк” тип һайлап алмай, ә башта билдәле йәшәү стилен һайлай, шуға ярашлы ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Тимәк, кешегә бәләкәйҙән ыңғай, ышаныслы йәшәү стилен күрһәтергә кәрәк. Яҡшы социаль мөхиттә үҫкән баланың шешә менән дуҫлашыуы һирәк күренеш икәнлеге билдәле.
Әлбиттә, эскелеккә килтергән сәбәптәр күп төрлө. Уңдырышлы ергә төшкән орлоҡтоң ғына шытым биреүен беләбеҙ. Тәрбиә балалар баҡсаһынан, ғаиләнән башланғанда, йәмәғәтселек был мәсьәләне даими күҙ уңында тотҡанда, бөтә кимәлдәге етәкселәр ошо мөһим эшкә ҡыҙыҡһыныуын белдергәндә, уңыштар тосораҡ буласаҡ.
– Эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса эш, белеүемсә, бынан алдағы йылдарҙа ла, беҙ бәләкәй саҡтарҙа ла үткәрелде. Элек хатта Өфө урамдарында эскеселәрҙең сатирик һүрәттәре исем-шәрифтәре менән урамдарҙы “биҙәй” торғайны.
Минеңсә, был йүнәлештә күҙгә күренерлек алға китеш бар, һәр хәлдә элеккеләй урам буйлап бер кемдән тартынмай йөрөгән иҫерек компанияларҙы, подъездар төбөндә шешә бушатҡандарҙы күргән юҡ. Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡыйыу ҡарарҙар, яңы проекттар, был мөһим мәсьәләгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, әлбиттә, эҙһеҙ ҡалманы...
– Эйе, эскелеккә ҡаршы көрәштең ҡыҫҡа ваҡытҡа билдәләнеүе мөмкин түгел, ул оҙайлы, ҡаты сир кеүек, иғтибарҙы кәметеү менән аҙырға ғына тора. Күп тармаҡлы, төрлө йүнәлешле эш ул был насар, кеше сәләмәтлеген ҡаҡшатыусы ғәҙәткә ҡаршы көрәш. Шул эштәрҙең береһе – “Айыҡ ауыл” конкурсы, бер яҡтан, ул әүҙемдәрҙе эшкә дәртләндереү, сәмләндереү өсөн уңышлы сараларҙың береһе булһа, икенсенән, уның ярҙамында халыҡ араһында аңлатыу эшенән тыш, йөкмәткеле саралар, күңел үҫтерерлек осрашыуҙар ойошторорға, халыҡтың йәшәйешенә матур биҙәктәр өҫтәргә мөмкинлек бар.
Шуныһын да әйтергә кәрәк, хәҙер эскелек шау-шыулы компанияларҙан, урамдарҙан, йәмәғәтселек урындарынан “йәшеренеп”, өйҙәрҙә, ғаиләләрҙә тамыр йәйә. Шул арҡала күпме хоҡуҡ боҙоу, бәхетһеҙлек осраҡтары, юл-транспорт фажиғәләре тыуып тора, күпме сабый бәхетле бала саҡтан мәхрүм! Йәмғиәтте был боҙоҡлоҡтан арындырыу эшен бары күмәк көс менән дауам итә алабыҙ.
– Һеҙ былтыр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы булараҡ, байтаҡ райондарҙа булып, ундағы хәл-әхүәлде үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп баһалаған кеше. Һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә аҙ булмағандыр...
– Һөйөндөргән мәлдәр күберәк, әлбиттә. Бына бер сағыу миҫал.
Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы халҡы республикала тәүгеләрҙән булып конкурсҡа ҡушылды. “Осрашайыҡ, танышайыҡ, мөмкин булһа, ҡауышайыҡ” тигән социаль әһәмиәтле матур сарала өйләнмәгән һәм кейәүгә сыҡмаған йәштәр ҡатнашты. Ҡыҙыҡлы ла, тормошсан да осрашыу. Үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡорғандар ҙа бар, тип ишеттек. Бәхет теләргә генә ҡала.
– Республика етәксеһе әйтмешләй, эскелеккә ҡаршы көрәш кеше ғүмерҙәре менән иҫәпләнә, суррогат менән ағыуланыуҙарға, спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуға юл ҡуймау – иң мөһим эштәрҙең береһе. “Айыҡ ауыл” конкурсы ысын мәғәнәһендә халыҡ проекты, бәлки, шуғалыр ҙа уға ышаныс ҙур, һәм унда ҡатнашырға теләүселәр йыл да арта торғандыр...
– Дөрөҫ, халыҡ проекты тип атарға нигеҙ бар. Конкурста республиканың 52 районынан 464 ауылдың ҡатнашыуы үҙе маҡтауға лайыҡ күренеш бит. Һәр береһе ҙур яуаплылыҡ, теләк менән үҙен презентацияланы, өлгө булырлыҡ эштәре менән таныштырҙы. Финалға сыҡҡан 15 ауыл араһында ла көсөргәнешле ярыш дауам итте. Интернет-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылы еңеү яуланы һәм балалар майҙансығы төҙөүгә сертификат алды. Көрмәнкәйҙәр республикала “Ауылпиада” ойоштороуҙары менән дан алған. Райондың бөтә 16 ауыл биләмәһе спорттың ҡышҡы төрҙәрендә – саңғы, биатлон, хоккей, тюбинг ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан.
Проект эскелеккә ҡаршы көрәште генә күҙ уңында тотмай бит. Уның маҡсаты киңерәк – ауылдар тормошон йәнләндереү, яҡшы, изге эштәргә халыҡты дәртләндереү. Ошо программа осоронда ғына күпме файҙалы, иҫтә ҡалырлыҡ ғәмәлдәр атҡарылды. Мине айырыуса Ойоштороу комитетының махсус призына лайыҡ булған Белорет районының Ботай ауылы кешеләре хайран итте. Уларҙың халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә арналған “Дәрте барҙың эше бар” сараһы был ауылда ниндәй егәрле, булдыҡлы кешеләр йәшәгәнен раҫланы. Ботай оҫталары үҙ “бренды”н – ыҫланған ҡоротон донъяның төрлө төбәгенә оҙатҡан. Израиль, Кипр, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург... Продукцияны таратыу киңлеге, ихтыяж булыуы ғәжәпләндерә лә.
–Бындай кимәлдә конкурс уҙғарылмаһа, бәлки, беҙ яңы документаль фильмдар ҡарауҙан мәхрүм дә ҡалған булыр инек...
– Тап ошо конкурсҡа ярашлы, Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы халҡы ҡатнашлығында айыҡ тормошто пропагандалаған “Бәндәләр һәм дәүерҙәр”, “Аҡлы-ҡаралы тормош” тигән документаль фильмдар төшөрөлдө. Проекттан барыһы ла отто – Башҡортостан етәксеһенең Рәхмәт хатынан тыш, ауыл финалист дипломына лайыҡ булды, 25 мең һумлыҡ сертификат һәм 150 мең һумлыҡ махсус приз алды.
– Бынан 15 йыл элек “эскесе” тигән даны сыҡҡан Ҙур Үрген ауылының конкурста еңеүсе тип иғлан ителеүе өсөн халыҡҡа аҙ эшләргә тура килмәгәндер, әлбиттә.
– Эйе, конкурстың күсмә Еңеүсе байрағы – Ейәнсура районының Ҙур Үрген ауылында. Спиртлы эсемлектәр һатыу нөктәләре бөтөрөлгәс, имен булмаған ғаиләләрҙең һәр береһе шефлыҡҡа алынғас, ауылдаштар тын алып ҡала. Бер меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдың балалар баҡсаһында кескәйҙәр хәстәрлек менән солғанған. Төрлө ҡыҙыҡлы саралар, йәрминкәләр үткәреү ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәйҙер, моғайын. 500 мең һумлыҡ сертификат алған ауылға башҡа ерҙәрҙән күсенергә теләүселәр ҙә артҡан, тиҙәр.
Икенсе урынды яулаған тағы бер ауыл халҡының эшлеклелеге, ир-аттың әүҙемлеге, эшҡыуарлыҡ һәләте беҙҙе лә әсир итте. Баймаҡ районының Йылым ауылы кешеләре алкоголгә ҡаршы көрәш тематикаһына арналған сувенирҙар етештереп, уны һатыуҙан алған аҡсаны Рәми Ғарипов тураһындағы фильм төшөрөүгә ебәрҙе. Ҡырҡҡа яҡын баннер, меңдән ашыу листовка әҙерләүҙә ир-егеттәрҙең тырышлығын әйтмәй булмай. Районда Ир-егеттәр ҡоро эшләүе үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй түгелме? Урындағы эшҡыуарҙар – йәш ғаиләләрҙе дәртләндереү, матди ярҙам күрһәтеү буйынса күптәргә өлгө. Руслан Абдуллин йәштәргә ике бура бүләк итеп, күптәрҙең рәхмәтен алды.
– Проект ни өсөн бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ысын мәғәнәһендә күмәк кешене йәлеп иткән халыҡ проекты булды?
– “Айыҡ ауыл” конкурсының Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы иғлан ителеүе отошло булды. Идеяһы бик ылыҡтырғыс: айыҡ һәм сәләмәт тормош, йәш быуынды тәрбиәләү һәм уларҙы насар ғәҙәттәрҙән һаҡлау – кемгә оҡшамаһын бындай йүнәлеш! Ҡайһы бер райондар үҙ приздары фондын булдырҙы. Һәр ерҙә, аңлатыу эштәренән тыш, эскелек һаҙлығынан сыға алмай яфаланғандарға ярҙам күрһәтелде, курстар, конференциялар ойошторолдо.
Шуныһы ҡыҙыҡ, хатта сит илдәрҙә лә проектҡа ҡыҙыҡһыныу уята алдыҡ. Германиялағы иң ҙур телеканалдарҙың береһе Белорет районының Әхмәр ауылында ойошторолған сара миҫалында конкурс тураһында репортаж әҙерләне. Ул ошондай һүҙҙәр менән башлана: “Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә күп эсәләр, әммә статистика рәсәйҙәрҙең алкоголде аҙ ҡуллана башлауы хаҡында һөйләй. Немецтарға ҡарағанда аҙыраҡ. Беҙ ҙә шулай уҡ айыҡ ауыл яҡлы”.
– Ә быйылғыһын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Былтырғыһынан ҡайтыш булмаҫ тип уйлайым. Әлбиттә, йылдың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға, һаҡланыу сараларын, эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә тура килер. Республика Башлығы Радий Хәбиров конкурстың географияһын киңәйтеү, ә приз фондын арттырыу яғында. Ауылдар һанын ишәйтеү, ә киләсәктә ҡалаларҙың да проектта ҡатнашыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылды ойоштороусылар алдына. Хөкүмәткә еңеүсе биш ауыл өсөн махсус комплекслы үҫеш программаһы әҙерләү эше лә ҡушылды.
Хөкүмәт, йәмәғәт ойошмалары тарафынан ниндәй генә саралар күрелмәһен, аҡса сарыф ителмәһен, яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ғаилә мөхитендә бөрөләнә. Ошо бәләкәй генә дәүләттә мөхәббәткә һәм татыулыҡҡа, яҡшылыҡҡа һәм айыҡлыҡҡа урын булһа, бәхетлеләр һәм һау-сәләмәттәр күберәк булыр.