Иглин ауылында таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. Уның тәүге сираты быйыл августа файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Әле майҙансыҡта котлован ҡаҙылған, уның төбөнә таш һәм бетон түшәлгән. Нигеҙ плитәһе һалынғас, ҡорамалдарҙы монтажлау, көйләү эштәрен башҡарыу күҙаллана. Төҙөлөш тамамланыу менән объекттарҙы канализацияға тоташтыра башлаясаҡтар.
– Иглин ауылында 30 меңдән ашыу кеше йәшәй, байтағы күп фатирлы йорттарҙа көн күрә. Уларҙа үҙәк канализация юҡ, ябай шамбо ғына ҡуйылған. Балалар баҡсалары, мәктәптәр кеүек социаль объекттарҙа ла шундай уҡ хәл, – тине Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко. – Канализацияны һурҙырыуға бәйле проблема йыш тыуа, шуға күрә таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө – беҙҙең өсөн иң мөһим проекттарҙың береһе.
Фото: iglino.bashkortostan.ru