Социаль мәсьәлә
22 Июня 2020, 18:00

“Төҙөлөш сәғәте”: әүҙемлекте кәметмәйбеҙ

– Федераль фонд менән эште дауам итәбеҙ. Булған ресурстарҙың барыһын да файҙаланырға кәрәк.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда торлаҡ төҙөүҙе дәртләндереү мәсьәләләре һәм ҡулланыусыларҙың уға ихтыяжы тикшерелде.
Кәңәшмә башында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Нефтекаманың “Авалон” торлаҡ комплексындағы 29-сы һәм Өфө районының “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексындағы 2Б һанлы күп фатирлы йорт “Госжилстройнадзор” менән яраштырыу ғәмәлдәрен үтә. Уларҙы тиҙҙән сафҡа индереү күҙаллана.
Бынан тыш, 19 июндә өлөшсөләрҙең вәкилдәре ҡатнашлығында Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль үҙәк менән оҙайлы төҙөлөштәрҙе берлектә финанслау мәсьәләһенә ҡағылышлы кәңәшмә булды. Унда төбәк ғаризаларын ҡарау срогы һәм аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итеү тураһында һүҙ барҙы. Июнь аҙағына тиклем фондтың күҙәтеү советы Өфөләге “Арбат” торлаҡ комплексы буйынса ғаризаны ҡараясаҡ, ә өсөнсө кварталдан проблемалы объекттарҙы баһалай башлаясаҡ. Ундайҙар иҫәбенә “Миловка паркы” торлаҡ комплексы ла инә.
– Федераль фонд менән эште дауам итәбеҙ, әүҙемлекте кәметмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо рәүешле генә ысын һөҙөмтә алыуға өлгәшәсәкбеҙ. Бының өсөн булған ресурстарҙың барыһын да файҙаланырға кәрәк.
Артабан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын нигеҙендә төҙөлгән “Башҡортостан Республикаһы торлағы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Уның бурыстарына ярашлы, быйыл төбәктә өс миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғинуар – май айҙарында 871 мең квадрат метр яңы торлаҡ төҙөлгән, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өс процентҡа күберәк. Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларының хакимиәт башлыҡтары муниципалитеттарҙа күрелгән саралар тураһында хәбәр итте.
Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов торлаҡ төҙөү өсөн ипотека-аҡса туплау программаһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Проект республикала 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Элегерәк программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, шулай уҡ балалы һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр ҡатнаша ала ине. Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, былтыр 1 марттан был сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды.
Евгений Декатов, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге көрсөк күренештәренә бәйле, программала ирекле ҡатнашыуҙы 2021 аҙағына тиклем дауам итергә, шулай уҡ граждандар торлаҡты льготалы кредитлау программаһынан файҙалана алһын өсөн аҡса туплауҙың минималь срогын бер йылға тиклем кәметергә тәҡдим итте.
Радий Хәбиров республика Башлығы Хакимиәтенә был мәсьәләне тикшерергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас