Социаль мәсьәлә
22 Июнь 2020, 19:10

“Ике йыл йыуынғаным юҡ...”

Әле сүп-сар өйөмө эсендә көн күргән ҡатын ҡасандыр балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән...

Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл. Ҡасандыр балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән ҡатын хәҙер Өфөнөң Ушаков урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә сүп-сар өйөмө эсендә көн күрә.
Бынан ике йыл элек коммуналь-торлаҡ хеҙмәткәрҙәре һыуҙы ябып ҡуйғас, етмеш йәшлек яңғыҙ ҡатындың йыуынғаны ла, аш-һыу әҙерләгәне лә юҡ икән. Ә өйҙәге түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ еҫ күршеләргә лә тынғылыҡ бирмәй. Ирекмәндәр был хәлде белеп ҡалмаһа, эш ни менән бөтөр ине икән? Элек ул фатирҙа ҡәрендәше менән йәшәгән, ул саҡта барыһы ла һәйбәт булған. Яңғыҙы ҡалғас, хәл үҙгәргән. Өйгә көн һайын биш-алтышар тоҡ сүп-сар ташый башлаған.
"Ул бик яҡшы, грамоталы һөйләшә, заманында мөдир булып эшләгән кеше бит ул, - ти күршеһе. - Тик ҡайһы саҡ башы эшләмәй китә. Бер бүлмәле фатиры түбәһенә тиклем сүп менән тулған, тараҡандар рәхәтләнә. Бәҙрәфе лә, ваннаһы ла тулған, серегән еҫ хәтәр... Үҙенән дә түҙеп торғоһоҙ еҫ килә.
Күршеләр, аҡса түләп, хәмер яратҡандарҙан әбейҙең сүп-сарын түктерергә тырышып ҡараған. Бәҙрәфтән генә егерме тоҡ сүп сығарғандар. Тик әбей яңынан сүпте өйөнә ташыған. Пенсионерҙың бер документы ла юҡ, пенсияһын кем алыуы билдәһеҙ. Ҡыҙы әсәһен тәрбиәләмәй.
Ярай әле, донъяла изгелекле кешеләр ҙә бар. Ирекмәндәр Валя әбейҙе дауаханаға урынлаштырған. Күршеләр ең һыҙғанып фатирҙы таҙарта. Буш шешәләр генә бер контейнер булған. Ваҡиға Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары күҙәтеүендә. Уларҙың ярҙамында опека органдары ла ҡуҙғалған, әбейгә документтар әҙерләйҙәр һәм уның киләсәктә ҡайҙа йәшәрен билдәләйҙәр. Бындай ҡараусыһыҙ, ярҙамға мохтаждар һеҙҙең эргәгеҙҙә юҡмы? Булһа, тейешле органдарға хәбәр итегеҙ.

Надежда Павлова фотоһы.
Читайте нас