Социаль мәсьәлә
3 Июля 2020, 05:30

Бер юлы – өс ҡыҙ!

”Әсә йөрәге һиҙгер инде ул, төндә берәйһе илаһа, мин уларҙың кемеһе икәнен шунда уҡ таныйым,”- ти Резеда.

Ғ.Ҡыуатов исемендәге дауахананың бала табыу йортонда күңелле ваҡиға! Өс игеҙәк ҡыҙҙы һәм уларҙың ата-әсәһен тантаналы шарттарҙа өйҙәренә оҙаттылар.
Сабыйҙар 4 июндә донъяға килә, ауырлыҡтары ике килограмм тирәһе генә булғас,уларға табиптар күҙәтеүендә бер ай ваҡыт үҫергә тура килә. Йәш ата-әсә Сибай ҡалаһында йәшәй. Игеҙәктәргә исем дә ҡушҡандар – Полина, Арина һәм Ева. Күп бала әсәһе Резеда Арнаутова “Башҡортостан хәбәрҙәре” хеҙмәткәрҙәренә игеҙәктәрҙе нисек таныуын һөйләгән. Ҡыҙҙарҙың башлыҡтарына иҫтәлекле билдәләр ҡаҙаған. ”Әсә йөрәге һиҙгер инде ул, төндә берәйһе илаһа, мин уларҙың кемеһе икәнен шунда уҡ таныйым,”- ти Резеда.
Сибай йәнә өс йәш гражданға артты. Ғаиләгә сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ! Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт, шатланып йәшәргә яҙһын!
Фото:”Башҡортостан хәбәрҙәре”.
Читайте нас