Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе эш урыны, торлаҡ менән тәьмин итеү республика етәкселегенең көнүҙәк мәсьәләләренең береһе булып тора. Һуңғы ваҡытта был өлкәлә һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә. Мәҫәлән, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш табиптар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшле лә, фатирлы ла була.
2015 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының һауыҡтырыу факультетын тамамлаған Октябрьский ҡалаһы егете Илдар Рафаэль улы Мамлеев Салауат районының үҙәк район дауаханаһында табип-травматолог булып эшләй.
— Тормош иптәшем Карина ошо райондан, ул һөнәре буйынса ультратауыш диагностикаһы табибы. “Ауыл табибы” программаһы барлыҡҡа килгәс, ауылға ҡайтып йәшәү тураһында йыш уйлана башланыҡ, – ти Илдар Мамлеев. – Әлбиттә, баш ҡалала йә булмаһа Октябрьскийҙа эшкә барырға мөмкинлектәр булды. Әммә Салауат яҡтарын һайланыҡ, үкенмәйбеҙ, яратҡан эшебеҙ, беҙҙе ихтирам иткән татыу коллективыбыҙ бар. Эйе, бөгөн ауыл дауаханаһы ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел, шулай уҡ заманса йыһазландырылған, яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
Районда Мамлеевтар ғаиләһе тиҙ арала үҙҙәрен тырыш, иғтибарлы, медицинаны яратҡан табип булараҡ таныта. Эштә абруй, хөрмәт ҡаҙанһалар, ҡунаҡсыл Салауат районы халҡы уларҙы уңған, эшһөйәр булараҡ белә. Әле йәштәр район үҙәгендә матур итеп йорт төҙөй, баҡса үҫтерә.