Социаль мәсьәлә
7 Июля 2020, 17:45

"Иң мөһиме – беҙҙе ҡатын-ҡыҙ ишетһен һәм даими тикшерелеп торһон"

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш күсмә маммография кабинеты асҡыстарын тапшырҙы.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш күсмә маммография кабинеты асҡыстарын тапшырҙы. Үҙебеҙҙә етештерелгән күсмә комплекстар Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама һәм Сибай дауаханаларына бирелә.
Комплекстар, шул иҫәптән “Сәләмәтлек поезы” акцияһы сиктәрендә, автономиялы файҙаланыу өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, яңы техника ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын хәстәрләү мөмкинлеген бирәсәк. Быйыл йәмғеһе һигеҙ күсмә кабинет һатып алынған.
Республика Башлығы яңы техниканы ҡарап сыҡты, медицина персоналының эш шарттарын баһаланы.
"Беҙ бындай ҡорамалдар алырға күптән ҡарар иттек, тағы ла өс машина килгәнен көтәбеҙ. Улар - заманса, уңайлы комплекстар, бар республика биләмәһенә етәсәк. Процедура бигүк күп ваҡытты алмай. Иң мөһиме - беҙҙе ҡатын-ҡыҙ ишетһен һәм даими тикшерелеп торһон. Яҡын арала тағы ла йыраҡтағы ауылдарға медицина поездары ебәрә башлаясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. - Һөт биҙе яман шешен алдан асыҡлау табиптарға уны уңышлы дауаларға булышлыҡ итәсәк, ә пациенттарға оҙаҡ йылдар тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бирәсәк".
Фото: glavarb.ru
Читайте нас