Социаль мәсьәлә
8 Июль 2020, 14:15

Петровскийҙа – “Һөт кухняһы” пункты

Бөгөн Ишембай районында “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән алыҫ ауылдар халҡын тәьмин итә башланы.

Бөгөн Ишембай районында “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән алыҫ ауылдар халҡын тәьмин итә башланы.
Күсмә пункт Петровский ауылының Ленин урамындағы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Ризыҡтарҙы шаршамбы иртәнге сәғәт 11-ҙән тарата башлайҙар. Һөт аҙыҡтары тәғәйен температураны һаҡлаған термоконтейнерҙарҙа килтерелә. Әле яңы адресҡа 15 бала күскән. Йәмғеһе был биләмәлә 50 бала һөт ашамлыҡтарын ала. Әйткәндәй, Петровскийҙа йәки уға яҡын ауылдарҙа йәшәгән кешеләр аҙыҡты алыу пунктын алмаштырыуға ғариза яҙа ала.
Мәғлүм булыуынса, ойошма эшләгән мәлдән алып алты етештереү майҙансығы барлыҡҡа килгән, һөт ризыҡтарын таратыу менән шөғөлләнгән 97 пункт асылды. “Һөт кухняһы” продукцияһын “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ”, “Стерх” сауҙа селтәрҙәре магазиндарынан да һатып алырға мөмкин. Бөгөн ташламалы категорияға ҡараған 22705 бала “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителә.
Фото: vk.com
Читайте нас