Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Июль 2020, 01:00

Эскесе атаһын йәлләп...

...Ҡурҡышымдан урамға сығып йүгерҙем. Ихатала бер йән эйәһе лә юҡ. Эскәмйә ситендә бөршәйеп кенә ултырған баланы күреп ҡалдым, минең ҡәҙерле улым...

Мин иремде бик яҡшы белгән кеүек инем. Шулай тойолған ғына икән... Тыныс тормошобоҙ бер мәл селпәрәмә килде. Тәүҙәрәк эштән ҡыҙмасараҡ булып ҡайтһа, аҙаҡ хәл бик йышланы, тамам үҙәккә үтте.
Әйтеш-төртөш, талаш-тартыш башланды, буш вәғәҙәләр, алдашыу теңкәгә тейҙе. Шуныһы, эскелек өсөн бер ниндәй сәбәп тә юҡ! Ҡыҙыбыҙ мәктәпте уңышлы тамамларға тырыша, улым да яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, аталары өсөн йән атырҙай булып, үлеп яраталар. Мин элеккесә аш-һыуын әҙерләп, өлгөртөп торам, хужалыҡта барыһы ла тәртиптә. Кешегә йәшәү өсөн тағы нимә кәрәк? Ниңә ҡоторорға, бөтә кешенең кәйефен боҙоп, йүнһеҙ ҡылығың менән донъяны ағыуларға?
Түҙемлектең дә сиге була. Бер көн уның тағы иҫереп ҡайтҡанын күреп, сабырлығым бөтөп, ишектән бороп сығарып ебәрҙем. Теләһә ни эшлә, рәхәтләнеп эс, ирек бирәбеҙ! Үҙем тәҙрә пәрҙәһе аша шым ғына күҙәтәм, балаларҙың уйын майҙансығында аптырап ултыра теге, ҡайҙа барып ҡунырға тип уйлаймы икән? Иртәгәһенә өй мәшәҡәттәре менән булдым, шкафтарҙа, йәшниктәрҙә тәртип булдырҙым, бығаса уйлап та ҡарамаған эштәрҙе башҡарҙым. Балалар шым ғына үҙ шөғөлдәре менән мәшғүл. Өйҙә бындай тынлыҡ күптән булғаны юҡ ине.
Кискеһен балалар бүлмәһенә инһәм, ҡыҙым китапҡа текәлгән, ә улым юҡ. ”Свитерын кейҙе лә ҡайҙалыр китте, һиңә өндәшмәнеме ни?” - тип аптырай ҡыҙым. Мин ҡурҡышымдан урамға сығып йүгерҙем. Ихатала бер йән эйәһе лә юҡ. Эскәмйә ситендә бөршәйеп кенә ултырған баланы күреп ҡалдым, минең ҡәҙерле улым...
- Ни эшләп бында ултыраһың? - тип һорайым.
- Атайымды көтәм, уның асҡысы юҡ, ә минеке бар, - тип яуапланы улым.
Тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Яурынына ҡулымды һалып:
- Әйҙә, атайыңды өйҙә көтәйек, - тинем.
- Ә һин уны индерерһеңме һуң?
- Ишекте асырмын, борсолма, - тип кенә әйтә алдым.
Төн уртаһында ҡайтып ингән иргә һикереп тороп ишек асырға тура килде. Юҡ, бөтәһе лә майланған кеүек барманы, ғаиләлә һиллек урынлашҡансы, эскелек менән оҙаҡ ҡына көрәшергә тура килде.
”Йәшел йылан” менән көрәштә улымды ниндәй ауыр хәлгә ҡуйғанымды аҙаҡ ҡына аңланым. Минең асыу-ярһыу, иргә үпкә, ҡыйырһытылған ҡатындың хис-тойғоһо ике ут араһында ҡалған баланың һыҙланыуҙары, борсолоуҙары алдында сүп кенә! Ғаиләлә ниндәй генә ҡытыршылыҡтар, иреш-талаш булмаһын, атай атай икән, балалар уны ла берҙәй ярата, хатта эскесе булһа ла йәлләй, яҡын итә.
Фото: twitter.com.
Читайте нас: