Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Июль 2020, 15:35

Ғаиләләр августа һәр бала өсөн 10 мең һум алырмы?

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаттары үҙ фекерен белдергән. Улар әйтеүенсә...

Июнь һәм июль айҙарында 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам булдырылғас, күптәрҙең был пособиены августа ла көтөүҙәре хаҡында яҙып үткәйнек.
Интернет селтәрендә петиция төҙөлдө, ата-әсәләр бер тауыштан яңы уҡыу йылы алдынан Хөкүмәт ярҙамына өмөт итеүҙәре хаҡында еткерҙе.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында был тәҡдимде хупланылар. Улар коронавирус пандемияһының һаман бөтмәүен, күптәрҙең элекке эш урындарын юғалтҡандан һуң яңы эш таба алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: