Социаль мәсьәлә
30 Июля 2020, 17:55

“Республика яңы проектта ҡатнашырға әҙер”

30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға арналған онлайн-кәңәшмәһендә ҡатнашты.

30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға арналған онлайн-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева үткәрҙе.
Милли социаль башланғыстарҙы башлау идеяһы хаҡында Светлана Чупшева июль башында Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы кәңәшмәһендә әйткәйне. Ул кешеләр осратҡан ҡаршылыҡтар менән проблемаларҙы системаға һалыуҙың һәм һәр мәсьәләгә һаҡсыл етештереү принциптарында системалы ҡарарҙар тәҡдим итеүҙең планда булыуы хаҡында әйтте. Был социаль ойошмаларҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ, кешеләр тормошон яҡшыртасаҡ. Был идеяны Рәсәй Президенты Владимир Путин да хуплағайны.
Кәңәшмәлә Светлана Чупшева Милли социаль башланғыстарҙың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ошондай уңышлы тәжрибәгә нигеҙләнеүе хаҡында белдерҙе. Инвестиция климатының милли рейтингын сафҡа индереү иһә уның иң юғары нөктәһе булған. Тормош сифаты өлкәһендәге интеграль социаль күрһәткестәр төбәктәр үҫешендә кәм булмаған роль уйнай. Мәскәүҙәге “Boston Consulting Group” офисының башҡарма директоры Константин Полунин яңы башланғыстарҙы тиражлау буйынса беренсе эштәрҙе күрһәтте. Эш моделдәрен һәм йүнәлештәрен билдәләү буйынса әҙерлек этабы ике ай ваҡытты аласаҡ. Киләсәктә иһә проект хаҡында федераль кимәлдә һөйләшмәкселәр. Яңы рейтингты губернаторҙарының башланғысы менән биш пилот төбәге – Башҡортостан Республикаһы, Калининград, Кемеров, Нижегородск һәм Новгород өлкәләре – һынап ҡараясаҡ.
– Республика яңы проектта ҡатнашырға әҙер. Был беҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ. Эште төбәк кимәлендә Фәнүр Йәғәфәров күҙәтеп барасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әҙерлек ваҡытында һәр йүнәлеш буйынса ҡатнашыусыларҙы һәм эксперттарҙы билдәләү өсөн тормош хәлдәре типтарына анализ яһарға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорын 19 августа Сибайҙа үткәреләсәк “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйына саҡырҙы.
– Башҡортостанға пилот проекты буйынса әҙерлек өсөн агентлыҡтың вәкилдәр командаһын саҡырырға теләйбеҙ. Инвестициялар форумы майҙансығында киләсәктәге эшебеҙҙең юл картаһының презентацияһын үткәрә алыр инек, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
– Милли социаль башланғыстарҙы ебәреү буйынса төбәктәге барлыҡ сессияларҙа ҡатнашыуҙы планлаштырам. Тәҡдим ителгән системаны бергәләп проектларға һәм модификация эшләргә әҙербеҙ, – тине Светлана Чупшева. – Һеҙ, тәүгеләрҙән булып, был эште башлайһығыҙ. Башҡа төбәктәр ҙә проектҡа ҡушылған саҡта, һеҙҙең уларҙан етди өҫтөнлөгөгөҙ буласаҡ.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас