Социаль мәсьәлә
7 Августа 2020, 13:15

Пандемия осоронда ла эш дауам итә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш онкологы, Радиология милли медицина тикшереү үҙәгенең генераль директоры Андрей Каприн донъяла онкологик сирҙәрҙең хафаға һалыуы хаҡында белдерҙе. Ер шарында көн һайын 27 мең кешенең ғүмере ошо ауырыу сәбәпле өҙөлә.

Мәғлүм булыуынса, онкологик сирҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала, икенсе урында килә. Бөгөн Өфөләге Республика клиник онкология диспансерын асыуҙа һәм Волга буйы федераль округының баш онкологтарының төбәк-ара кәңәшмәһендә ҡатнашҡан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш онкологы, Радиология милли медицина тикшереү үҙәгенең генераль директоры Андрей Каприн донъяла онкологик сирҙәрҙең артыуы хафаға һалыуы хаҡында белдерҙе. Ул шулай уҡ түбәндәге һандарҙы ла әйтте.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында көн һайын 27 мең кешенең ғүмере тап ошо ауырыу сәбәпле өҙөлә. Йыл һайын донъяла әлеге сир арҡаһында 9,5 миллион кеше вафат була. “Был – кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм йәшәү сифаты өсөн көрәш ул. Шуға онкологик хеҙмәттәргә ниндәй ҙә булһа ярҙамдың күрһәтелеүе бик мөһим. Әйткәндәй, беҙҙең онкологик хеҙмәт пандемия осорондағы һынауҙарҙы күтәрә алды. Был – электән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған һәм шәхсән һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Альбертович Мурашконың ярҙамындағы система арҡаһында мөмкин булды, – тип белдерҙе Андрей Каприн. – Сөнки тотош донъяла онкологик бүлексәләрҙе, күп профилле стационарҙар биләмәһендә урынлашҡас, ябырға, тигән һорау тыуғайны. Беҙҙең хеҙмәттәр иһә айырым утрауҙар кеүек урынлашҡан. Был эпидемилогик йәһәттән һаҡлау өсөн. Шуға эш пандемия ваҡытында ла дауам итте, онкологик сирлеләр ситтә ҡалманы”.
Фото: vademec.ru
Читайте нас