Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Август 2020, 22:00

Ипотекаң булһа, субсидия юлла!

Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы хәлдә ҡалған, түбәндәге категорияға ҡараған граждандар финанс ярҙамына иҫәп тота ала.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 6 майындағы 290-сы ҡарарына ярашлы, граждандарҙың 2018 – 2020 йылдарҙа Рәсәй кредит ойошмаларынан алған торлаҡ (ипотека) кредиты (займы) проценттарын өлөшләтә ҡаплау өсөн республика бюджетынан өҫтәмә субсидиялар биреүҙең тәртибе раҫланғайны. Маҡсат – коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы хәлдә ҡалған граждандарға ярҙам күрһәтеү.
Субсидияға түбәндәге категория ҡараған граждандар иҫәп тота ала: өс һәм унан күберәк балаһы булған; инвалид йәки инвалид балаһы булған ғаилә ағзалары; балаһын (балаларын) тыуғандан һуң никахтан тыш тәрбиәләгән, әгәр баланың атаһы теркәлмәһә; ата-әсәнең берәүһе үлгән осраҡта икенсеһенең яңғыҙы тәрбиәләгән йәки береһе хәбәрһеҙ юғалған осраҡта; шулай уҡ 2020 йылдың 15 мартынан 2020 йылдың 1 июненә тиклем төп эш урынын юғалтҡан һәм кредит ойошмаһына ғариза яҙғанда эшкә урынлашмаған кешеләр. Документҡа ярашлы, бала тип 18 йәшкә тиклемге йәки мәғариф учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә белем алған 23 йәшкә тиклемге граждандар һанала.
Субсидия юллаған кешегә бирелгән финанс ярҙамының күләме 100 мең һумдан артмаҫҡа, ипотека 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем алынған булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан айырым категория граждандар өсөн ипотека займы буйынса процент түләүҙәренең бер өлөшөн ҡаплауға кредит буйынса процент ставкаһынан өс процент күләмендәге субсидия бүленәсәк. Уны 2020 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 31 декабренә тиклем юлларға мөмкин.
Бының өсөн кредит ойошмаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сараның операторы булып Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ тора, ул кредит ойошмалары менән берлектәге эш тураһында килешеү төҙөй. Әлеге ваҡытта Һаҡлыҡ банкы, “Россельхозбанк”, “ВТБ”, “Рәсәй” Акционерҙар Банкы, “УРАЛСИБ”, “СМП Банк”, “ЮниКредит Банк”, “Газпромбанк” һәм “Росбанк” менән килешеүҙәр төҙөлгән, өс миллион һумдан ашыу аҡса Башҡортостан граждандарына ярҙам итеү өсөн ебәрелгән дә. Әйтергә кәрәк, Һаҡлыҡ банкы клиенттары банктың фәҡәт Өфөләге бүлектәренә мөрәжәғәт итә ала.
Фото: aif-s3.aif.ru
Читайте нас: