Ил менән яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Ата-әсәләр балаларын кейендереү өсөн сауҙа үҙәктәрен, магазиндарҙы ҡыҙыра. Мәктәп формаһы уңайлы ла, зауыҡлы ла булһын, иң мөһиме, баланың үҙенә оҡшаһын. Эйе, ғаиләлә бер генә уҡыусыны мәктәпкә әҙерләү ҙә түңәрәк кенә суммаға барып төшә. Мәктәп формаһы эргәһенә аяҡ кейемдәре лә, спорт костюмы ла, рюкзак һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа кәрәк. Әгәр ҙә ғаиләлә бер нисә баланы мәктәпкә әҙерләргә тура килһә? Ҡатмарлы осорҙа ата-әсәләрҙең береһе эшһеҙ ҡалған осраҡта йәки ғаилә аҙ килемлеләр рәтенә күсһә? Бурысҡа батмайынса, балаларҙы уҡыу йылына әҙерләп булырмы?
Быйыл республикала кемдәр мәктәп льготалары һәм компенсацияларҙан файҙаланасаҡ, бының өсөн ниндәй документтар талап ителә?
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр өсөн мәктәп формаһы һатып алыу барынан да ҡиммәтерәккә төшәсәк. Балалар, ай үҫәһен көн үҫә тигәндәй, йәй үткәнсе һиҙҙермәй генә буйсанланып китә. Мәктәп формаһын яҡынса ике йылға бер тапҡыр яңыртып торорға тура килә. Ғаиләләрҙең был категорияһы өсөн форма алыуға аҡсалата компенсация ҡаралған.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, республикала мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация ата-әсәнең береһенә ике уҡыу йылында бер тапҡыр түләнә. Һатып алғандан һуң чекты тапшырырға тура киләсәк, компенсацияның иң ҙур күләме 3995 һумдан артырға тейеш түгел.
Бындай аҡсалата ярҙамды алыу өсөн ғаиләлә кәм тигәндә бәлиғ булмаған йәштәге өс бала тәрбиәләнергә тейеш (уллыҡҡа йәки опекаға алынғандар ҙа инә). Тағы бер талап: йән башына тура килгән уртаса килемдең йәшәү минимумы дәүмәленән артмауы мотлаҡ.
Матди ярҙам алыу өсөн 11 октябргә тиклем мәктәпкә ғариза яҙып бирергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, бәлиғ булмаған йәштәге балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығын, ғаилә составы тураһында һәм уның аҙ килемле ғаилә статусын раҫлаусы белешмәләрҙе алырға онотмағыҙ.
Беренсе тапҡыр барыусыларға
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән беренсе класс уҡыусылары өсөн дә матди ярҙам ҡаралған. Уларға канцелярия тауарҙары һәм дәфтәрҙәр һалынған ранецтар тапшырыла. Өҫтәүенә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп, рюкзакка яҡтылыҡты сағылдырыусы жилет беркетеләсәк. Бындай рюкзактың хаҡы яҡынса 2800 һум тирәһе.
Аҙ килемле күп балалы ғаиләләр өсөн дәүләт тағы бер ярҙам төрөн тәҡдим итә – уҡыусылар һәм профессиональ колледж студенттары өсөн (23 йәшкә тиклем) ашханаларҙа түләүһеҙ туҡланыу ойоштороласаҡ. Бының өсөн ғариза менән белем биреү учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы бәлиғ булмаған балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығын, ғаилә составы һәм уның аҙ килемле икәнен раҫлаған белешмәләрҙе алырға онотмағыҙ.
Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусын алыу өсөн теркәлгән урынығыҙҙағы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусы йән башына тура килгән килем йәшәү минимумынан түбән булғанда бирелә. Башҡортостанда 2020 йылдың авгусына уртаса йәшәү минимумы 9442 һум тәшкил итә.
Ошо йылдан башлап “Демография” милли проектына ярашлы балаларына түләүҙәр алыусы ғаиләләр һаны байтаҡҡа артты. Был түләүҙәр осороноң оҙайтылыуы һәм мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүе менән бәйле.
Әгәр элек ата-әсә өҫтәмә средстволарҙы балаға йәш ярым тулғанға ҡәҙәр алһа, быйылдан башлап түләүҙәр осоро өс йылға тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, элек түләүҙәр килеме йән башына 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләргә иҫәпләнде. Быйылдан башлап килем бер кешегә ике йәшәү минимумынан кәм булғанда, бөтә ғаиләләр түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы.
Хәҙерге ваҡытта беренсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәрҙе республикалағы 22 меңдән ашыу ғаилә ала. Икенсе балаға пособие әсәлек капиталынан түләнә, уны тәғәйенләү өсөн Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәрҙе тәғәйенләүгә ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында теләгән ваҡытта бирергә мөмкин. Әгәр ҙә ғаилә бала тыуғандан һуң алты ай эсендә түләү тәғәйенләү тураһында мөрәжәғәт итһә, түләү бала тыуған көндән алып иҫәпләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә түләнә. Әгәр ҙә бала тыуғандан һуң алты ай үткәс мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләүҙәр ғариза яҙған көндән генә тәғәйенләнәсәк.
Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ҡайһы бер социаль ярҙам саралары ғариза яҙмайынса ла оҙайтыла. Был 1 апрелдән 30 сентябргә тиклемге осорҙа сроктары сыҡҡан ярҙам сараларына ҡағыла. Тимәк, төбәк социаль ярҙам сараларын алыусы граждандарға Күп функциялы үҙәктәргә йәки социаль ярҙам учреждениеларына барырға кәрәкмәй.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү мөрәжәғәт иткән айҙан түгел, ә граждандарҙың социаль ярҙам сараларына хоҡуғы барлыҡҡа килгән айҙан башлана.