Быйыл Ҡояш ҡыҙы Сафия тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын үрелеп асҡан. “Бәйләнештә” сәхифәһендә Земфира Байбулдина үҙенең шатлығы менән уртаҡлашып, былай тип яҙған: “Ҡасандыр ике йәшенә тиклем атламаған балама ҡарап, мәктәпкә уҡырға барыу тигән уй хыял ғына ине. Бөгөн ошо маҡсат тормошҡа ашты! Ҡыҙым, шөкөр, үҙ аяҡтарында атлап, ҡулына сәскә тотоп, бәхетле йылмайып мәктәпкә юл алды! Әлегә ҡайҙа, нимә өсөн барғанын бик аңламаһа ла, шөкөр тинем. Был башы ғына. Беҙ Өфө ҡалаһының 59-сы коррекция мәктәп-интернатын һайланыҡ. Уҡытыусы Айгөл Илфат ҡыҙына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем!”