Социаль мәсьәлә
8 Сентябрь 2020, 16:35

Балалар шатлығы – уртаҡ шатлыҡ

Һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ: сара барышында республикалағы 5520 ғаиләнең мәктәп алды мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам иткәндәр, 10603 бала хаҡында хәстәрлек күрелгән.

Йыл һайын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тип аталған хәйриә акцияһы үткәрә. Уның маҡсаты ябай һәм изге – аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.
Әйтергә кәрәк, быйыл был күркәм сара унынсы тапҡыр уҙғарылды, уны ойоштороуҙа үрҙә телгә алынған министрлыҡ менән бергә “Һөйөү менән” фонды ла ҡатнашты.
Һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ: сараға ярашлы республикалағы 5520 ғаиләнең мәктәп алды мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам иткәндәр, 10603 бала хаҡында хәстәрлек күрелгән.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы барышында 9 983 мең һум аҡса йыйылған, адреслы ярҙамды аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, тулы булмаған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар алған.
Акцияла бихисап эшҡыуарҙар, предприятиелар, йәмәғәт, дин ойошмалары һәм битараф булмаған кешеләр ҡатнашҡан, тап улар тырышлығы менән ошо изге эште атҡарып булған да.
Башҡортостандың “Ғаилә” республика ресурс һәм район-ара үҙәктәре йәйҙең ике айы барышында мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙы тормошҡа ашырған. Портфелдәр, мәктәп кейем-һалымы, кәнсәләр тауарҙары – быларҙың барыһы ла балаларға бик тә кәрәк.
Акцияға еңеүселәренә килгәндә, “Ғаилә” район-ара үҙәктәре араһында көнбайыш зонала эшләгән, Шаран, Баҡалы, Туймазы, Бишбүләк, Бәләбәй, Бүздәк, Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский ҡалаһын берләштергән ойошма уңыш ҡаҙанған.
Үрҙә телгә алынған муниципалитеттарҙың предприятиелары һәм эшҡыуарҙары, әүҙем кешеләре дөйөм хаҡы 2 миллон 897 һумға еткән мәктәп кәрәк-ярағы йыйған, 889 ғаиләлә тәрбиәләнгән 1 464 балаға ярҙам күрһәткән.
“Теплоэнерго” яуаплылығы сикләнгән хеҙмәте, Р.А. Ғәзизуллиндың шәхси предпритиеһы, Бишбүләк районының “Вектор” үҙәге, Өфө дәүләт нефть техник университетынының Октябрьскийҙағы филиалы хәйриә акцияһына айырыуса ҙур өлөш индергән.
Йыйылған әйберҙәр һәм аҡса күләме менән икенсе урында – “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Хәйриә акцияһы барышында баш ҡалала 1 миллион 677 мең һумлыҡ мәктәп кәрәк-ярағы йыйылған, 917 ғаиләлә тәрбиәләнгән 1297 балаға ярҙам күрһәтелгән.
Өсөнсө урында – көньяҡ-көнсығыш зона. Ундағы “Ғаилә” район-ара үҙәге Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарын, Сибай ҡалаһын берләштерә. Битараф булмаған кешеләр был төбәктә акция өсөн 1 миллион 384 мең һумлыҡ мәктәп кәрәк-ярағы туплаған һәм 550 ғаиләләге 996 баланы шатландырған.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы йылдан-йыл киңерәк, төрлөрәк була бара. Атап әйткәндә, быйыл Баймаҡта акцияға урындағы матурлыҡ салондары ла ҡушылған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың сәстәрен бушлай ипкә килтергән. Унан тыш, уҡыу йылы башланыр алдынан Баймаҡ флористары “Беренсе класс уҡыусыларына гөлләмә” флешмобын да ойошторған.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы хәйриә акцияһында ихлас ҡатнашҡан, миһырбанлы, оло йөрәкле барлыҡ кешеләргә, ойошмаларға рәхмәтен еткерә. Балалар шатлығы – уртаҡ шатлыҡ.
Фото: mediakuzbass.ru
Читайте нас