Иҫегеҙҙәлер, ике аҙна элек Архангел районының Сухополь ауылында янғын сығып, алты балалы ғаиләнең бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалыуы тураһында яҙғайныҡ.
Балаларҙың мәктәп формалары һәм биштәрҙәре утта янып көлгә әүерелгән, документтар юҡ... Ауылдаштар шунда уҡ оло ғаиләгә ярҙам ойоштора, уҡыу кәрәк-ярағы туплай, документтарҙы тергеҙә.
Вәлиевтәрҙең бәләһе башҡа район кешеләрен дә битараф ҡалдырманы. Улар ишле ғаиләгә яңы йорт төҙөүҙә ярҙам итеүгә тотондо. М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды командиры Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, әле төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай, ауылдаштар, предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар – барыһы ла ошонда. “Элек халыҡ өмәләр яһап, бер-береһенә ярҙам итешкән, был йоланы тергеҙергә кәрәк”, – ти ул.
Кемдер оҫта ҡулдары менән, кемдер – аҡса, кемдер төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә. Мәҫәлән, Рөстәм Хөснуллин улы менән Салауат районынан таҡта килтергән. Улар Вәлиевтәр менән таныш та түгел. “Мин ғаилә башлығының хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы икәнен генә беләм”, – ти Рөстәм.
Ғаилә башлығы Айрат Вәлиев – Чечнялағы ҡанлы бәрелештәр ветераны ғына түгел, алты балаға бына тигән атай ҙа. Әле улар ваҡытлыса ата-әсә йортона һыйынған. Яңы йортто район үҙәгендә алынған участкала төҙөргә ҡарар иткәндәр. Бураны дәүләт биргән. Көҙ уртаһына тиклем төп эштәрҙе тамамламаҡсылар.