Социаль мәсьәлә
11 Сентябрь 2020, 08:04

“Рәсәйҙең алтын ғаиләһе”н тәбрикләнеләр

“Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған Бөтә Рәсәй “2020 йыл ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандан Шәйхисламовтар ғаиләһе “Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе булды.

“Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған Бөтә Рәсәй “2020 йыл ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандан Шәйхисламовтар ғаиләһе “Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе булды.


Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән Рәйсә менән Шәйҙулла Шәйхисламовтарҙың тормош ҡороуына – 65 йыл. Улар һуғыш осороноң бөтә ауырлығын иңендә күтәргән, сыныҡҡан. Шәйҙулла Нурислам улы сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәреүҙә ҡатнаша, ғүмер буйы иген игә. Ҡатыны Рәйсә Сафа ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау системаһында хеҙмәт итә. Улар өс ул үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!


Бөтә Рәсәй конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде. Унда ҡатнашҡан ғаиләләр тәжрибәләре, өлгө күрһәтеүҙәре, уңыштары менән кешелек өсөн мөһим ҡиммәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Милли китап-йылъяҙма нәшер ителәсәк.
Читайте нас