Йөҙгә яҡын төҙөүсе, монтажсы һәм водитель эш хаҡынан, хеҙмәт кенәгәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уларҙы вахта ысулы менән эшкә алған ойошма етәкселәре хәҙер йәшенеп, ҡасып йөрөй. Хатта прокуратураға һәм хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итеүҙән дә файҙа булмаған.
Эшселәрҙе республиканың төрлө райондарынан йыйғандар. Ярты йыл буйы бергә эшләгәс, улар бер-береһен яҡшы белә. Уртаҡ бәлә ир-атты бергә туплаған. Ирҙәрҙе эшкә алған ”Интер” ойошмаһы меңдән ашыу километр алыҫлыҡҡа эшкә ебәреп, уларға эш хаҡы түләмәҫкә булған. Тәүге ике-өс айҙа түләүҙәр менән алдаштырғандан һуң, ойошма етәкселәре аҙаҡ юҡҡа сыҡҡан, шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән, Өфөләге офистары ҡайҙалыр күскән.
Хеҙмәт инспекцияһында аңлатыуҙарынса, ойошма Всеволжск ҡалаһында теркәлгән. Вахтасыларҙың ғаризалары Ленинград өлкәһендәге прокуратураға ебәрелгән. Эшселәр айҙар буйы түккән хеҙмәттәре өсөн хеҙмәт хаҡын һаулыҡ бөтөрөп, борсолоп, даулап алырға мәжбүр. Хәйләкәр етәкселәр ойошманың исемен үҙгәртеп, начальниктарын, офистарын алмашырып, йәшеренергә тырыша. Ғәҙеллек еңерме – әлегә билдәһеҙ.