Башҡортостандың Статистика идаралығы республикала беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләүҙең уртаса күпмегә төшөүен асыҡланы. Ул йылдың июль айына кейем-һалымға, кәнсә тауарҙарына ҡуйылған уртаса хаҡтарҙан сығып иҫәпләнгән.
Малайҙарҙы мәктәпкә әҙерләү 13865 һумға төшкән. Был сумманың 9759 һумын кейем алыуға тотонғандар – мәктәп формаһына, спорт һәм аяҡ кейеменә. Кәнсә тауарҙарына яҡынса 4106 һум аҡса киткән. Биштәр хаҡы ике мең һумдан башлана.
Ҡыҙҙарҙы мәктәпкә әҙерләү бер аҙ ҡиммәтҡә төшкән. Аналитиктар әйтеүенсә, яҡынса 14457 һум талап ителгән. Мәктәп формаһы, спорт һәм аяҡ кейеме һатып алыуға – 10351 һум, уҡыу кәрәк-ярағына 4 106 һум тотонолған.
Быйыл республикала беренсе класҡа 55 мең бала уҡырға барған.