Благовещен районы халҡы йәмле көндәрҙең ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Яңыраҡ “Инвалидтарҙың Бөтә Рәсәй йәмғиәте” республика йәмғиәтенең Благовещен ҡала һәм район ойошмаһы сағыу байрам ойошторҙо. Велофестиваль үҙенә спорт “йондоҙҙарын” да йыйҙы.
Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Олег Ротов һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
Байрамды ойоштороусы, велоспорт менән шөғөлләнгән Андрей Ворожцов фестиваль өсөн алынған яңы техника – хэндбайк менән таныштырҙы. Был техника ҡул менән идара ителә.
Концерттан һуң фестивалдә ҡатнашыусылар велосипедтар торған майҙанға йүнәлде. Хэндбайктан тыш, был техниканың башҡа төрҙәрен дә күрергә мөмкин ине: тандем, трицикл, маунтинбайк һәм балаларҙы йөрөтөү өсөн арбалы велосипедтар. Һәр кем идара итеүҙә көсөн һынап ҡараны. Ирекмәндәр уларға ярҙам итте. Ирек Зарипов байрамды ойоштороусыларға яңы техника менән таныштырыуҙары, уңайлы велотрассалар өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Фестивалдә ҡатнашыусылар үҙҙәрен һүрәт төшөрөүҙә, электрон винтовкаларҙан атыуҙа һынаны, кескәйҙәр аниматорҙар компанияһында күңел асты. Ирек Зарипов биатлонсы карьераһын иҫенә төшөрөргә ҡарар итте – һәр атыуы сәпкә тейҙе. Велофестивалдә ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.