Социаль мәсьәлә
18 Сентябрь 2020, 06:02

“Ярты бәхет бит ул яратҡан эш”

Бөгөн баҫмабыҙҙы таратыуға үҙ өлөшөн индергән, матбуғат дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән Фәниә Ғәли ҡыҙы Мусина хаҡында йылы һүҙ әйтке килә.

Бөгөн баҫмабыҙҙы таратыуға үҙ өлөшөн индергән, матбуғат дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән Фәниә Ғәли ҡыҙы Мусина хаҡында йылы һүҙ әйтке килә.


Ул 22 йыл инде матбуғат таратыу, һәр өйгә гәзит- журналдарҙың, яңылыҡтарҙың килеүе өсөн тырыша. Әле Мәләүез почтамтының подписка бүлеге белгесе булып эшләп, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарын хеҙмәт­лән­дерә, 32 элемтә бүлеге менән эш алып бара. “Йыл һайын 150-гә яҡын предприятие, ойошма менән килешеү төҙөйөм. Йортона матбуғат баҫмалары алдырған һәр кемде яҡшы беләм. Киләһе йылға гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә, яңы дуҫтар, фекерҙәштәрҙең күберәк булыуына өмөтләнәм. Өйгә төрлө баҫмалар килеүе күңелле бит ул!” – ти Фәниә Ғәли ҡыҙы. “Яратҡан эш ярты бәхет бит ул”, – тип тә өҫтәне.


Подписка эшен йыл да йәнләндерергә ынтылған хеҙмәт ветеранына “Башҡортостан” гәзите редакцияһының Рәхмәт хатын һәм бүләк тапшырып, уңған коллективҡа сәләмәтлек, арыу-талыуһыҙ хеҙмәт, яҡшы кәйеф теләнек.
Читайте нас