Социаль мәсьәлә
19 Сентябрь 2020, 06:35

293 ир “декрет”ҡа сыҡҡан

Сабыйҙарҙы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса ялды ата-әсәнең кемеһе булһа ла рәсмиләштерә ала. Әгәр ғаиләлә бер нисә бала донъяға килһә...

Башҡортостанда 293 атай бала ҡарау буйынса ялға сығып, ҡатындары эштә саҡта сабыйҙарын тәрбиәләргә ҡарар иткән. Социаль страховка фондында әйтеүҙәренсә, шул тиклем һандағы ир-ат, балаларын 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса ялды рәсмиләштереп, бөгөн пособие ала.
Республикала “декрет” аҡсаһын бөтәһе 27 мең эшләгән граждан ала. “Баланы ҡатын-ҡыҙ ғына тәрбиәләргә тейеш”, тигән ҡалыптар юҡҡа сыға бара. Законға ярашлы, сабыйҙарҙы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса ялды ата-әсәнең кемеһе булһа ла рәсмиләштерә ала. Әгәр ғаиләлә бер нисә бала донъяға килһә, әсәгә уларҙың береһен, атай кешегә икенсеһен тәрбиәләү буйынса ялға китеү мөмкинлеге бар. Пособие күләме һәр кем өсөн берҙәй иҫәпләнә – үткән ике календарь йылдағы урта эш хаҡынан 40 процент. Ведомствола әйтеүҙәренсә, пособиеның йыл да үҙгәреп торған минималь һәм максималь күләме лә бар. Быйыл уның юғары кимәле – 27 984,66 һум булһа, минималь кимәле 7 764,80 һум тәшкил итә. Баланың ғаиләлә нисәнсе булыуы мөһим түгел.
Граждандар шулай уҡ баланы тәрбиәләү ялында булыу менән бергә тулы булмаған эш көнө шарттарында эшләй ала. Был осраҡта пособие тулы күләмдә түләнә, ә эш хаҡы күпме сәғәт эшләүеңә ҡарап билдәләнә.
Фото:Massmedianews.ru
Читайте нас