Йыл һайын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тип аталған хәйриә акцияһы үткәрә. Уның маҡсаты ябай һәм изге – аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.
Быйыл был күркәм сара унынсы тапҡыр уҙғарылды, уны ойоштороуҙа үрҙә телгә алынған министрлыҡ һәм “Һөйөү менән” фонды ҡатнашты. Һөҙөмтә ҡыуандырҙы: сара барышында республикалағы 5520 ғаиләнең мәктәпкә тиклемге мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам иткәндәр, 10603 бала хаҡында хәстәрлек күрелгән.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы һөҙөмтәһендә 9 миллион 983 мең һум аҡса йыйылған, аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, тулы булмаған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға адреслы ярҙам күрһәтелгән. Акцияла бихисап эшҡыуарҙар, предприятиелар, йәмәғәт һәм дин ойошмалары, битараф булмаған кешеләр ҡатнашҡан, тап уларҙың тырышлығы менән ошо изге эш атҡарылған.
Башҡортостандың “Ғаилә” республика ресурс һәм район-ара үҙәктәре йәйҙең ике айы барышында мәктәп кәрәк-ярағы йыйыуҙы тормошҡа ашырған. Портфелдәр, мәктәп кейем-һалымы, кәнсә тауарҙары – быларҙың барыһы ла балаларға бик кәрәк. Акцияла еңеүселәргә килгәндә, “Ғаилә” район-ара үҙәктәре араһында көнбайыш зонала эшләгән, Шаран, Баҡалы, Туймазы, Бишбүләк, Бәләбәй, Бүздәк, Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский ҡалаһын берләштергән ойошма алдынғылыҡты яулаған.
Үрҙә телгә алынған муниципалитет предприятиелары һәм эшҡыуарҙары, әүҙем кешеләре дөйөм хаҡы 2 миллион 897 мең һумға еткән мәктәп кәрәк-ярағын йыйған, 889 ғаиләлә тәрбиәләнгән 1464 балаға ярҙам күрһәткән. “Теплоэнерго” яуаплылығы сикләнгән хеҙмәте, Р.А. Ғәзизуллиндың шәхси предприятиеһы, Бишбүләк районының “Вектор” үҙәге, Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы хәйриә акцияһына айырыуса ҙур өлөш индергән.
Йыйылған әйберҙәр һәм аҡса күләме буйынса икенсе урында – “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Хәйриә акцияһында баш ҡалала йәмғеһе 1 миллион 677 мең һумлыҡ мәктәп кәрәк-ярағы йыйылған, 917 ғаиләлә тәрбиәләнгән 1297 балаға ярҙам күрһәтелгән. Өсөнсө урында – көньяҡ-көнсығыш зона. Ундағы “Ғаилә” район-ара үҙәге Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарын, Сибай ҡалаһын берләштерә. Битараф булмаған кешеләр был төбәктә акция өсөн 1 миллион 384 мең һумлыҡ мәктәп кәрәк-ярағы туплаған һәм 550 ғаиләләге 996 баланы шатландырған.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы йылдан-йыл киңерәк һәм төрлөрәк була бара. Атап әйткәндә, быйыл Баймаҡта акцияға урындағы матурлыҡ салондары ла ҡушылған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙың сәстәрен бушлай ипкә килтергән. Унан тыш, уҡыу йылы башланыр алдынан Баймаҡ флористары “Беренсе класс уҡыусыларына гөлләмә” флешмобын да ойошторған.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәйриә акцияһында ихлас ҡатнашҡан миһырбанлы һәм оло йөрәкле барлыҡ кешеләргә, ойошмаларға рәхмәтен еткерә. Балалар һөйөнөсө – уртаҡ шатлыҡ.