Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2020, 08:34

Башҡортостан – алдынғылар рәтендә

16 июндә Президент гранттары фондының махсус конкурсы башланғайны. Ул – коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда махсус ойошторолған сара.

16 июндә Президент гранттары фондының махсус конкурсы башланғайны. Ул – коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда махсус ойошторолған сара.


Ғаризалар 15 июлгә тиклем өс грант йү­нәлеше буйынса ҡабул ителгәйне. Ә 1 сен­тябрҙән улар ниәттәрен тормошҡа ашыра башлаясаҡ (ҡәҙимге конкурста 13 йүнәлеш):

1. Социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙы социаль хәстәрләү һәм яҡлау;

2. Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау;

3. Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау.
Конкурсҡа илдең 83 төбәгенән 3868 башланғыс тәҡдим ителгән. Иң күп ғаризалар Белгород өлкәһенең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан килгән (206), икенсе урында – Санкт-Петербург (168 проект), өсөнсөлә – Башҡортостан (160 проект). Волга буйы федераль округы буйынса иһә беренсе урында – беҙҙең республика (160), икенселә – Татарстан (134), өсөнсөлә – Һамар өлкәһе (108).
Өсөнсө махсус конкурста беҙҙең республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан 29 проект еңеп сыҡҡан. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм алғанда 36564521,07 һум аҡса бүленәсәк (быйылғы икенсе конкурста Башҡортостандан 72 коммерцияға ҡарамаған ойошма 70841998,14 һум йәлеп иткәйне).

Иң ҙур гранттарҙы “Мәрхәмәт” белем биреү хәйриә фонды (“Ғаилә түңәрәге – етем балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу учреждениеларына кире ҡайтармауҙы булдырмаҫ өсөн саралар комплексы үткәреү һәм адреслы ярҙам күрһәтеү” проекты, 2996 442,00 һум) һәм “Ал сәскә” инвалидтарға һәм мөмкинлектәре сик­ләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү ойошмаһы (аутистик спектрлы һәм башҡа менталь тайпылыштары булған балалар, йәш кешеләр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн “Һаҡла мине” проекты, 2996338,00 һум) яулаған.
Читайте нас