Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2020, 07:44

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала

Әлеге көндә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты эшләнеү өҫтөндә. Был ил күләмендә тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың 14-сеһе буласаҡ. Документ быйылғы йыл аҙағына тиклем ҡабул ителер, тип күҙаллана.

Әлеге көндә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты эшләнеү өҫтөндә. Был ил күләмендә тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың 14-сеһе буласаҡ. Документ быйылғы йыл аҙағына тиклем ҡабул ителер, тип күҙаллана.


Бөгөн туризм ил иҡ­тисадының мөһим һәм перспективалы тар­ма­ғына әйләнә бара. Ул мәш­ғүллек кимәленә, граждандарҙың тейешенсә ял итеп, һаулығын нығытыуға, төбәктәр үҫешенә, тыуған илеңдең, төйәгеңдең тарихын, мәҙәниәтен белергә, инвестициялар йәлеп итергә булышлыҡ итә, шулай уҡ бихисап тармаҡтарҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә тәьҫир яһай.

Башҡортостан Респуб­лика­һында ла туризм әүҙемләшә. Коро­навирус эпидемияһына бәйле, быйыл күптәр үҙҙәре өсөн тыуған төйәк тәбиғәтенең ма­турлығын өр-яңынан асты. Яҡшы ял итеү өсөн мотлаҡ сит илдәргә, диңгеҙ буй­ҙарына һәм билдәле курорттарға йөрөргә тимәгән. Туристар өсөн төрлө экскурсия маршруттары, майҙансыҡтар, юлдар һәм һуҡмаҡтар селтәре арта бара.


Мәҫәлән, күптән түгел Баш­ҡортостанда өлкән быуын өсөн “Башҡортостан оҙон ғүмер­лелеге. Туризм” тип аталған проект старт алды. Унда ҡатна­шыусылар тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай мәҙәни мираҫы, шулай уҡ уның бығаса билдәле булмаған үҙенсәлекле мөйөш­тәре менән таныша. Программа бер-ике көнгә иҫәпләнеп, республика биләмә­һендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр, ҡорамдар менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Экскурсиялар йәйәүле йәки автобус туры рәүешендә ойошторола.


Тәүге социаль турҙарҙа Өфө ҡалаһында йәшәгән “алтын” һәм “көмөш” йәш вәкилдәре ҡат­нашты. Уларҙың сәйәхәте уңай­лы автобустарҙа ойошторолдо.


Хаҡлы ялдағылар Ғафури, Мәләүез һәм Ишембай райондарында булып, ошо төбәктең иҫтәлекле урындары менән танышты. “Торатау” геопаркы биләмәһендәге уникаль объекттар, Красноусол минераль сығанағы, Еҙем йылғаһы, Уҡлыҡая, Мәләүез районындағы Воскресенск картина галереяһы ололар күңеленә айырыуса хуш килде.


Экскурсиялар урындағы гидтар оҙатыуында ойошторола. Пенсионерҙар улар бәйән иткән легенда-риүәйәттәрҙе ихлас тыңланы, һорауҙар бирҙе. Ҡатнашыусылар урындағы фермерҙар етештергән продукцияны тәмләп ҡарау мөмкинлегенә лә эйә булды. Күптәр үҙҙәре өсөн тәбиғи ҡымыҙҙың тәмен асты.


“Мин бөтә Европаны урап сыҡтым, Азияла, Ҡытайҙа, Таиландта, Вьетнамда булдым, ә Башҡортостандың ярты матурлығын күрмәй йәшәгәнмен икән. Йәшерәк саҡта йылғала кәмә менән ағыуҙа ҡатнашҡаным булды. Бөгөн күргән хозурлыҡтарҙы күргәнем юҡ ине әле. Тағы ла мотлаҡ барасаҡмын. Миңә был сәйәхәт бик-бик оҡшаны!” – тип тәьҫораттары менән бүлеште Елена Викторовна Рыжова.


Бындай социаль турҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм урындағы муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Проект Башҡортостан Республикаһының тур­индустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.


Тәүге социаль турҙар хаҡлы ялдағылар араһында туризмға ихтыяждың булыуын асыҡ күрһәткән. Оло йәштәгеләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған туристик маршруттар менән Соцту­ризм.рб.рф аша таныша ала. Уның аша “Башкирское долголетие” бүлегенә үтеп, теркәлеп, хаҡлы ялдағы һәр кем Башҡортостан буйлап сәйәхәткә юллана ала. Сайт аша теркәлеү 1 октябрҙән мөмкин буласаҡ. Ә әлегә республикабыҙҙың матур мөйөштәре менән танышырға теләгән һәр оло кеше үҙҙәренең ҡала-район хакимиәтенә йәки урындағы ветерандар ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас