Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2020, 08:26

Милли проекттар – ҙур мөмкинлектәр сығанағы

Сикләүҙәргә ҡарамай, эштәр дауам итә.

Коронавирустың тормошобоҙға яһаған кире йоғонтоһонан тыш, бер ыңғай үҙенсәлеген дә телгә алмай булмай: вирусҡа бәйле хәл йәмғиәттә аҡ халатлыларға ҡарата мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртте, ул ғына түгел, кешелек яҙмышы, ошондай сирҙәр янаған осраҡта, фәҡәт медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулында икәнлеген аңғартты. Шулай ҙа инфекциялар килер ҙә китер, әммә республикалағы социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡ нигеҙе ҡаҡшамаҫҡа тейеш. Ошо йәһәттән һаулыҡ һаҡлау өлкәһен заман талаптарына ярашлы итеү өсөн бихисап көс һалына. Мәҫәлән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғына алайыҡ. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле сикләүҙәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, планлаштырылған эштәр дауам итә. Быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға 5,6 миллиард һум аҡса бүленеү күҙаллана, шул иҫәптән 4 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Ҡайһы бер миҫалдарға айырым туҡталып үтәйек.


Экзотерәк – кәрәкле ҡорамал


“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы баш ҡалабыҙҙағы 17-се балалар дауаханаһының матди-техник базаһын яңыртыу дауам итә. Ошо көндәрҙә унда заманса уникаль аппарат – экзотерәк килтерелгән.
Был тренажер төрлө йәрәхәттәргә, терәк-хәрәкәт ағзалары һәм неврология сирҙәренә бәйле йөрөү функцияһы боҙолған пациенттарҙы реабилитациялау өсөн ҡулланыла. Экзотерәкте һатып алыу өсөн аҡса төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән.
Ул – кешенең юғалтылған хәрәкәт функцияларын тергеҙә йәки булғандарын көсәйтә торған автоматик конструкция. Ныҡлы каркастан һәм махсус ҡулайламаларҙан тора, улар хәрәкәт өсөн яуап бирә. Бындай система терәк-хәрәкәт аппаратының эшен ҡабатлай, көсөргәнеште һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеген иҫәпләй.
Аппарат махсус төймәләр ярҙа­мында хәрәкәткә килтерелә, эшмә­кәрлеген датчик һәм электромиограмма сигналдары күрһәтә. Ҡоролма алгоритмы һәм ундағы ҡулайламалар кешенең тәбиғи атлау өлгөһөн ҡабат­лай, шуға күрә кешенең хәрәкәт һәм неврологик әүҙемлеге тиҙ рәткә килә.
Экзотерәк ише юғары технологиялы, заманса ҡоролмаларҙы ҡулланыу белгестәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Дауаханала шулай уҡ хәҙер Pentax маркаһының Defina серияһына ҡараған HD класлы, видеобронхоскоплы видеоэндоскопик комплекс та бар.
Яңы ҡоролма тын юлдары сирҙәренән яфаланған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә диагностик мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Юғары етештереүсәнле моноблоклы эндоскопик система төрлө кимәлдәге эндоскоптар менән эшләгәндә HD сифатлы һүрәттәр булдыра ала.
Defina видеопроцессоры I-Scan электрон программаһы менән берлектә лә ҡулланыла ала, был өҫтәмә визуалләштереү ярҙамында сирҙәрҙе асыҡларға ғына түгел, уларҙы классификацияларға ла мөмкинлек бирә. Комплекс әлегәсә дауаханала булған ҡорамалдарҙың эшен ҡулайлаштырыу менән бер рәттән, балаларға күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын да яҡшыртырға ярҙам итәсәк.


Теште дауалау сифаты артасаҡ


“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә, Нефтекама дауаханаһының амбулатор звеноһының матди-техник базаһын нығытыу программаһына ярашлы, учреждение өс яңы стоматология ҡорамалдары алды.
Тулыһынса комплектланған яңы стоматология ҡоролмалары Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһы буйынса бөтә төр стоматология ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Ҡоролмала төкөрөк йыйыу өсөн сифатлы яйланма, яҡтылығы көйләнеүсе, һыуыта торған функциялы ҡеүәтле саң һурҙырғыс бар. Шулай уҡ уға ҡул һәм аяҡ ярҙамында идара итеп була.

Шлангтарҙы һәм ҡорамалдың башҡа өлөштәрен эске дезинфекциялау мөмкинлеге лә еңел һәм технологик яҡтан камил башҡарыла, барлыҡ санитария талаптарына яуап бирә һәм пациентҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген булдыра.


Уңайлы операция өҫтәле алынған


“Башҡортостанда 2020 йылда янбаштың проксималь бүлеге һынған өлкән һәм оло йәштәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү” пилот проекты сиктәрендә Туймазы үҙәк дауаханаһына яңы ҡоролма – электр яйланмалы универсаль операция өҫтәле һатып алынған.
Был операция өҫтәле халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм сифат стандарттары буйынса етештерелә, шул уҡ ваҡытта ҡулланыуҙа бик ябай булған универсаль ҡоролма ла булып тора. Өҫтәлгә пульт ярҙамында идара ителә һәм был теләһә ниндәй операция өсөн ҡулайлашыу мөмкинлеген бирә (йөрәк-ҡан тамырҙары, гинекология, эс ҡыуышлығы, үт ҡыуығы, пластик хирургия һәм башҡа операциялар).
Өҫтәлде теләһә ниндәй оҙонлоҡ һәм ауырлыҡ өсөн ҡулайлаштырып була, балалар һәм өлкәндәр өсөн дә ярай. Уның түбәндәге өҫтөнлөктәре бар: пациент өсөн уңайлы һыу үткәрмәүсе, антистатик, “хәтер тәьҫире” булған декомпрессион матрастан тора, сирле кешене хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп һалыу мөмкинлеген бирә, өҫтәл­дең йүнәлешен төрлөсә үҙгәртеп була. Шулай уҡ ҡоролмаға идара итеүҙең өс панеле бар: өҫтәлдең корпусында, дистанциялы пульт һәм аяҡ ярҙамында.

Был үҙенсәлектәр табиптар һәм пациенттар өсөн операцияны юғары сифатлы шарттарҙа уңышлы үткәреү мөмкинлеген бирә.


Амбулатория яңырыу осорон кисерә


Алкин ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсе медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе ойошманың яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыу өсөн урындағы табип амбулаторияһына капиталь ремонт яһалған.
Ремонт эштәре һаҡсыл етештереү элементтарын ҡулланып башҡа­рылған. Унда “асыҡ регистратура” булдырылған, пациенттар ағымын бүлеү принциптары һәм уларҙың көтөү ваҡытын уңайлы итеү үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алынған.

Ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 2,8 миллион һум тәшкил иткән, уны республика ҡаҙнаһы иҫәбенә эшләгәндәр. Әммә ҡулайлаштырыу проекттары бының менән генә тамамланмай. Тиҙҙән бында 5С системаһы буйынса эшләгән табипҡа эш урыны булдырыласаҡ, табиптың һәм шәфҡәт туташының бурыстарын уңайлы итеп бүлеү, лабораторияла тикшереү өсөн ҡан алыуҙы ойоштороу мәсьәләләре хәл ителәсәк.
Әлеге көндә Алкиндағы табип амбулаторияһында 4699 кеше хеҙмәт­ләндерелә. Пациенттарҙы терапевт, педиатр, стоматолог кеүек табиптар ҡабул итә. Амбулаторияла өс койкалыҡ көндөҙгө стационар һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү кабинеты бар.
Читайте нас