Быйыл яҙ Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гражданлыҡ институттарын үҫтереүгә булышлыҡ иткән, ижтимағи йәһәттән мөһим программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырған, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар биреү өсөн бәйге үткәргәйне.
Конкурста еңеүселәрҙең береһе – “Башҡортостан Республикаһының Медицина палатаһы” медицина берҙәмлеге союзы. Улар “Медицина персоналын һөнәргә рөхсәт алыу өсөн аккредитацияға әҙерләү һәм белем биреү” проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығының 700 мең һумдан ашыулыҡ грантына лайыҡ булған.
Башҡортостандың Медицина палатаһы етәксеһе Дамира Сабирйәнова әйтеүенсә, проекттың маҡсаты – медицина хеҙмәткәрҙәренә сертификациянан аккредитацияға күскән осорҙа ярҙам күрһәтеү.
– Әлеге көндә табиптар коронавирус пандемияһына бәйле алғы һыҙыҡта эшләй. Тап уларҙың ҡаһарманлығы һәм һөнәри оҫталығы арҡаһында беҙ яңы вирусҡа ҡаршы уңышлы көрәшәбеҙ. Беҙ дауалау үткәргән һәр медицина хеҙмәткәренә ышанырға тейешбеҙ, шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәренә аккредитация үткәрәбеҙ, уҡытабыҙ, уларҙың эшкә әҙерлеген баһалайбыҙ, – ти етәксе.
Әле медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ аккредитацияға өлөшләтә күсеү осоро бара, сөнки аккредитация – һөнәр буйынса эшләргә рөхсәт алыу мөмкинлеге ул. Уны төрлө йәштәге һәм төрлө йүнәлештә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре үтә.
Башҡортостандың Медицина палатаһы етәксеһе урынбаҫары Эльвина Хөсәйенова әйтеүенсә, уларҙың ойошмаһы әле 2017 йылда уҡ ил төбәктәре араһында беренселәрҙән булып Башҡортостанда аккредитация үткәргән.
– Алдыбыҙға ниндәй мөһим бурыс ҡуйылғанын аңлай инек. Әлеге ваҡытта ярайһы тәжрибә тупланған, һәм ул беҙҙең табиптарға ярҙам итәсәк, – ти ул.
Аккредитация өс этапта үтә. Медицина палатаһы белгестәре медицина хеҙмәткәрҙәренә яҡшы кимәлдә әҙерләнергә кәңәш итә, сөнки 2021 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре лә мотлаҡ аккредитация үтергә тейеш.
Яңы уҡыу төркөмөн асыу алдынан булған сарала Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева, уның урынбаҫары Роман Низаметдинов ҡатнашты.
– Яңы коронавирус инфекцияһы табип һөнәренең ни тиклем мөһим икәнен кешелектең иҫенә төшөрҙө. Медицина хеҙмәткәрҙәре, үҙ һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, вирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына сыҡты. Беҙҙең киләсәк тап уларҙың һөнәри оҫталығына, медицина ярҙамының сифатына бәйле.
Беҙ медицина хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан Башлығы Гранты саралары иҫәбенә бушлай белем алыу, оҫталығын камиллаштырыу, аккредитацияға әҙерләнеү мөмкинлеге алыуына шатбыҙ, – тине Люция Юлыева.
Проект буйынса республиканың 200-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре теория һәм ғәмәли дәрестәрҙә белемен камиллаштырасаҡ, аккредитацияға әҙерләнәсәк.