Социаль мәсьәлә
24 Сентябрь 2020, 08:30

Ҡырғыҙҙар беҙҙең менән хушлаша

Ҡырғыҙстандан килгән 1700 граждан үҙ илдәренә ҡайта алмайынса ун көн буйы

Мәғлүм булыуынса, Ҡырғыҙстандан килгән 1700 граждан үҙ иленә ҡайта алмайынса ун көн буйы Башҡортостанда йәшәргә мәжбүр булды. Республикала һәм күрше Ырымбур өлкәһендә был ил граждандарының күпләп йыйылыуы сәбәпле, уларҙы ике этапка бүлеп тыуған илдәренә оҙатасаҡтар. Бөгөн Көйөргәҙе районынан тәүге автобустар ҡуҙғалды ла инде.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов белдереүенсә, эш юлға һалынған, колоннаны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
– Бөгөн беҙҙең көтөп алған ҡыуанысла ваҡиға. Беҙҙең ҡырғыҙ туғандар, ниһайәт, транзит коридоры асылып, тыуған илдәренә юллана. Үҙебеҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәттек. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәнек: урынлаштырҙыҡ, өс тапҡыр ашатыу ойошторҙоҡ, медицина ярҙамы ла күрһәтелде. Палаткалар, йылылыҡ ҡорамалдары менән тәьмин иткәндәре өсөн Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына рәхмәт. Тәүҙә шиклерәк ҡарашта булған урындағы халыҡ сит ил граждандарының ниндәй хәлдә ҡалғанын күреп, үҙҙәре лә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, балалар өсөн уйынсыҡтар алып килеп, әүҙем ярҙам итә башланы. Православие сиркәүе, Мосолмандар диниә үҙәге ярҙам күрһәтте. Юлсыларға бөтә ил менән ярҙам иттек. Хәлде 100 процентҡа тиклем яйға һалыуға өлгәштек, тип иҫәпләйем. Туғандаш ҡырғыҙ халҡына ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт, – тип белдерҙе Юлай Ильясов.
Ҡырғыҙстан граждандары ла ауыр ваҡытта ярҙам иткәне өсөн республика етәкселегенә, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә һәм халҡына рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә рәхмәт, өйгә ҡайтыуыбыҙ тураһында белгәс, барыбыҙ ҙа ҡыуандыҡ. Иртәнге сәғәт 5-тән әҙерләнеп ултырҙыҡ, бөтәһенең дә өйгә ҡайтҡыһы килә. Бөтә Башҡортостан халҡына, етәкселәргә рәхмәт. Аллаға шөкөр, өйгә йыйынабыҙ. Һеҙ беҙҙең туғандар. Беҙгә күрһәткән иғтибарығыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, – тип белдерҙе Ҡырғыҙстан гражданы Жамбек Ваузеар.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты мәғлүмәттәре буйынса, транзит коридоры иртәнге сәғәт 6-нан эшләй башлаған. Башҡортостандың ваҡытлыса туҡтау урынынан Ҡаҙағстан сигенә тиклем барыу өсөн “Башавтотранс” предприятиеһынан тағы ла өҫтәмә рәүештә туғыҙ автобус бүленгән.
“Ҡырғыҙстандың 296 гражданын тейәгән алты автобустан торған беренсе колонна иртәнсәк етенсе егерме минутта административ сикте үтеп, Ырымбурға барып инде. Төнгө сәғәт 2-лә “Сагарчин” сик үткәреү пунктына Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Морат Задин юлланды. Ул Башҡортостан биләмәһенән сираттағы төркөмдө оҙатыу ваҡытын килешәсәк. Был сик буйында оҙон сират булдырмау өсөн эшләнә. Шулай уҡ ошо ваҡытта Ырымбур өлкәһендәге Тоҙло Илектән Ҡырғыҙстан граждандары ла Ҡаҙағстан аша транзит коридорға алып барыла. Улар сама менән 1000 кеше. Көйөргәҙе районының Ольховка ауылы эргәһендәге “Юлсы” кемпингынан тағы ла алты автобус юлға йыйына. Уларға ил сигенә тиклем 277 саҡырым юлды үтергә тура киләсәк”, – тип белдерҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Фото: “Башинформ” сайтынан.
Читайте нас