Социаль мәсьәлә
25 Сентябрь 2020, 11:30

75 йәштән өлкән инвалидтарға – бүләк

Уны Рәсәй пенсионерҙар союзы эшләй. Ауыр хәлдә йәшәгән граждандар ҙа ярҙамға өмөт итә ала.

Кисә, 24 сентябрҙә Берҙәм Рәсәй партияһының “Башҡортостан продукттары – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” тип аталған проектының дүртенсе өлөшө башланды. Был юлы аҙыҡ-түлек йыйылмаларын Рәсәй пенсионерҙар союзы тәҡдим итә. Улар 75-79 йәш арауығындағы I төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән.
“Был йыйылмаларҙы билдәле исемлеккә ярашлы булдырылған маҡсатлы төркөм аласаҡ. Улар - мең ярым самаһы кеше. Ауыр хәлдә йәшәгән граждандар ҙа ярҙамға өмөт итә ала. Бының өсөн беҙҙең колл-үҙәккә шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк, телефоныбыҙ: 8-800-201-89-03. Мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң, ирекмәндәр күрһәтелгән адресҡа юллана”, - тип аңлатма бирҙе “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Акцияның дүртенсе ағымына ярашлы, ике меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы килгән. Ул тулыһынса Башҡортостанда етештерелгән продукциянан – ярмалар, шәкәр, макарон ризыҡтарынан тора.
Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенең ирекмәндәре аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратыу эшенә тотондо ла инде. Рәсәй пенсионерҙар союзының төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Александр Кузнецов егеттәр һәм ҡыҙҙарға берҙәм эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитетынан.
Читайте нас