Баш ҡалала күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: Өфө ҡалаһы хакимиәте етемлектә үҫкән 44 кешегә торлаҡ асҡыстары тапшырҙы.
Бер бүлмәле фатирҙар Затон биҫтәһендәге яңы йорттарҙа урынлашҡан.
Бәхетлеләрҙең береһе Мәликә Дадебаева дүрт йәштә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған. Ул фатирҙа ғаиләһе менән йәшәйәсәк.
– Шундай шатбыҙ! Бөтә эштәрҙе ташлап, күсенә башланыҡ. Фатир матур, иркен, яҡты. Бөтә уңайлыҡтары бар. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты! Ҡала хакимиәтенә рәхмәт, – тине ул, ҡыуанысы менән бүлешеп.
Йыл һайын дәүләт һәм республика ярҙамында ҡаҙнанан бүленгән лимитҡа ярашлы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу юлы менән етемлектә үҫкәндәргә фатирҙар һатып алына. Шулай уҡ ундайҙарға торлаҡ биреү тураһында суд ҡарары ла кәрәк.
Ошо категория өсөн бүленгән фатирҙарға косметик ремонт яһала, кухня плитәһе, сантехника, пластик тәҙрәләр ҡуйыла.
Ҡануниәт буйынса, торлаҡ етемдең үҙенә генә бирелә, уның ғаилә ағзалары иҫәпкә алынмай.
Һандарға килгәндә, ағымдағы йыл башынан баш ҡалала етемлектә үҫкән 100 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән.