Социаль мәсьәлә
28 Сентябрь 2020, 06:00

Ирҙәренән ҡасып, үҙәккә һыйыналар...

Ире менән айырылышҡандан һуң ете балаһы менән ауыр тормош хәлендә ҡалған әсә сабыйҙарын ваҡытлыса ошо үҙәккә урынлаштыра. Белгестәр уға документтар әҙерләүҙә, эш эҙләүҙә ярҙам итә.

Дүрт йыл эсендә биш йөҙҙән ашыу ҡатын һәм баланы үҙ ҡосағына алған “Ғаилә” ресурс үҙәге кемделер йәберләгән, туҡмаған, кемделер эскесе ирҙәренән аралаған. Бында ишеткән ваҡиғаларҙан сәс үрә торорлоҡ, балаларҙы йәлләүҙән үҙәк өҙөлә...
...Әлиәнең балаларын быйыл мәктәпкә ата-әсәһе түгел, ә приют тәрбиәселәре илткән. Балалары әсәләрен һуңғы ярты йылда ни бары бер-ике көн элек кенә күрә алған, әммә телефон аша гел һөйләшеп торғандар. Пандемия арҡаһында приюттағы балалары менән осрашыу мөмкинлеге булмаған. Ире менән айырылышҡандан һуң ете балаһы менән ауыр тормош хәлендә ҡалған әсә сабыйҙарын ваҡытлыса ошо “Ғаилә” үҙәгенә урынлаштыра. Белгестәр уға документтар әҙерләүҙә, эш эҙләүҙә ярҙам итә.
Айгөлдөң үҙ ғаилә тарихы. Ике балаһы менән тиран иренән ҡасырға мәжбүр була, үҙ әсәһе лә ярҙам ҡулы һуҙмай. "Үҙәк мөдире миңә әсәйемде алмаштырҙы, - ти ул, - бөтә яҡшылыҡты ошонда күрҙем”. Айгөл ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, бында танышҡан тағы бер әсә менән ҡуртымға фатир алып, эшкә тотонорға, балалар тәрбиәләй башларға йыйына.
Республикала бына шундай үҙәк бар. “Беҙ бында аралаша торғас, яҡын туғандарға әүерелеп бөтәбеҙ, тик әсәләрҙең аҙаҡ приютҡа кире әйләнеп ҡайтыуы өсөн бер сәбәп тә тыумауын теләйбеҙ”, - ти үҙәк директоры Ольга Завьялова.
Фото: BashNews.
Читайте нас