Социаль мәсьәлә
29 Сентябрь 2020, 06:12

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта...

“Уртаҡ йортта татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ”

Пандемия шарттарында теге йәки был мәҡәләне әҙерләүҙең дә үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында урынлашҡан, Рәсәйҙәге берҙән-бер ҡарттар һәм балалар йортон берләштергән учреждение хаҡында яҙам тигәс, шул асыҡланды: әлегә улар ябыҡ режимда эшләй икән, шуға күрә учреждение етәксеһе Эльза Рәзиф ҡыҙы ШӘЙХЕТДИНОВА менән йәнле әңгәмәне Интернет селтәре аша ҡорҙоҡ. Һөҙөмтәлә, көтөлгәндән дә ҡыҙыҡлыраҡ, урындары менән тетрәндергес, уйландырғыс һәм бик ихлас һөйләшеү килеп сыҡты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.


Ҡулға-ҡул тотоноп...


Эльза Рәзиф ҡыҙы әйтеүенсә, ул был тармаҡҡа эшкә ике тиҫтә йыл самаһы элек килгән, 2007 йылдан алып бүлек мөдире булған, ә 2015 йылдан – учреждение етәксеһе.
2001 йылда ойошторолған Иҫке Байыш йорт-интернатында оло йәштә­геләргә һәм инвалидтарға стационар социаль хеҙмәт күрһәтәләр, ул 150 урынға иҫәпләнгән. Тәүге йылдарҙа учреждение ошо йүнәлештә генә эшләй, 2007 йылда йорт-интернат базаһында инвалид балалар өсөн ун урын булдырылған.
Был бүлектә тормош тарафынан икеләтә ҡыйырһытылған бәләкәстәр – физик етешһеҙлектәре арҡаһында ата-әсәһе баш тартҡан балалар урын­лашҡан. Тора-бара ололарҙың һәм бә­ләкәстәрҙең күршеләш булыуы, үҙ-ара аралашып йәшәүе ыңғай һө­ҙөмтә күрһәтә башлаған. Үҙегеҙ уйлап ҡа­ра­ғыҙ: ҡарттар ҙа, балалар ҙа һәр саҡ хәстәргә, иғтибарға, йылыға мохтаж.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта тормош йәмен тойоп йәшәү өсөн иң мө­һим булған был хистәрҙе ошо категорияға ҡараған кешеләргә яҡын­дары бирә алмай, ул ғына түгел, бә­ғер­ҙәрен телеп, уларҙан баш тарта, ғүмерлеккә ҡанаттарын һындыра...
Бына ошондай уртаҡ бәлә берләш­тергән ололар ҙа, бәләкәстәр ҙә, һис шикһеҙ, бер-береһенә мохтаж: өлкәндәр кескәй дуҫтары менән тормош тәжрибәһен уртаҡлаша, уларға йөрәк йылыһын бүлә, ә бәләкәстәр – ғүмер юлында төрлө ауыр һынауҙар үтеп, интернатҡа эләккән ололар өсөн яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы, күңел үҫтергес ыңғай күренеш тә.
Тап ошонан сығып, Иҫке Байыш йорт-интернатында “1+1” социаль адаптация программаһын булдырған­дар. Уның төп маҡсаты – үҙ-ара аралашыу, хеҙмәттәшлек нигеҙендә интернатта йәшәгән оло йәштәгеләрҙе һәм бәлиғ булмағандарҙы социаль реабилитациялау.
Әлеге ваҡытта учреждениела оло йәштәге һәм мөмкинлеге сикләнгән 158 кеше һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм 25 инвалид бала йәшәй. Учреждениеның Илеш районында урынлашҡан бүлексәһендә тағы 34 пациент бар. Эльза Рәзиф ҡыҙы әйтеүенсә, программаны тормошҡа ашыра башлағанда, ололарҙың бер нисәүһе генә балалар менән уртаҡ сараларҙа ҡатнаша, хәҙер иһә уларҙың һаны 50-нән ашҡан.
Үҙ-ара мөнәсәбәттәр тигәнебеҙ нимәнән ғибәрәт һуң? Балалар һәм өлкәндәр ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө түңәрәктәрҙә һәм дәрестәрҙә шөғөлләнә. Мәҫәлән, кулинария сер­ҙәрен төшөнәләр, тегәләр, бәйләйҙәр, балсыҡтан әйберҙәр яһайҙар, йырлайҙар, бейейҙәр, шахмат, шашка уйнайҙар, төрлө спорт төрҙәрендә көс һынашалар, ағас менән эшләргә өйрәнәләр. Бергәләп музыкаль һәм театраль конкурстарҙа ҡатнашалар. Әлбиттә, бер-береһенә һәр саҡ ярҙам итәләр. Ҡоро термин быны “эске ирекмәнлек” тип атаһа, ғәмәлдә ошо күренеш көнкүреш мәсьәләләрендә уртаҡ хәстәрҙе һәм ярҙамды, йәнле аралашыуҙы аңлата. Һис шикһеҙ, был ике яҡтың да кәйефен күтәрә, йәшәү дәрте өҫтәй.
Әлбиттә, быларҙың барыһы ла учреждение белгестәренең методик һәм ғәмәли ярҙамы нигеҙендә башҡа­рыла. Тап улар оҫталыҡ дәрестәрен, семинар-практикумдарҙы ойоштора, һәр саҡ төрлө мәсьәләләр буйынса консультациялар уҙғарып тора. Иң мөһиме – был алым кешеләргә бер-береһенә кәрәклекте тойорға, күңелдә үҙ-үҙенә, мөмкинлектәренә ышаныс тыуҙырырға ярҙам итә, йөрәкте өйкәгән һағыш, яңғыҙлыҡ ғазаптарын артҡа сигендерә.
Эльза Рәзиф ҡыҙы, тәжрибәле етәксе булараҡ, иң тәүҙә ошо күрһәт­кестәрҙе телгә алды, шул уҡ ваҡытта статистика һандарын да билдәләне. Мәҫәлән, һуңғы туғыҙ йылда бында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙай­лылығы артҡан, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү осраҡтары 5,5 тапҡырға кәмегән. Ололарҙы һәм балаларҙы берләштергән ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәр һаны 16-ға күбәйгән.
– Быға тиклем ошондай тәжрибә Канадала һәм башҡа сит илдәрҙә уңышлы ҡулланыла, тип ишеткәнебеҙ бар ине. Бөгөн иһә берҙәм реабилитация алымының уңышлы ҡулланы­лыуын Дүртөйлө районы миҫалында күрергә мөмкин. 2010 йылда баш­ланған проект үҙенең нигеҙле, уңыш­лы, һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтте. Беҙҙең тәжрибә менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһы­налар, хатта сит илдәрҙә лә беләләр. Мәҫәлән, былтыр Иҫке Байыштағы тормош хаҡында Германияның Deutsche Welle телеканалы фильм төшөрҙө һәм ул тотош Европала күрһәтелде, – ти Эльза Рәзиф ҡыҙы.


Беҙ булмаһаҡ, кем?


Иҫке Байыштағы учреждениела 109 кеше эшләй. Әлбиттә, тормош боролоштарында аяуһыҙ ҡағылып-һуғылған, йәшәүгә һәм кешеләргә ышанысын юғалтҡан ауыр яҙмышлы кешеләр менән аралашыу, уларҙы тәрбиәләү, хәстәр күрһәтеү һәм күңел йылыһы менән уртаҡлашыу еңел бурыстарҙан түгел, шуға күрә бында, һис шикһеҙ, ҡаһарман булмышлы, изге йөрәкле, кеше бәләһенә битараф булып ҡала алмаған кешеләр генә эшләй ала. “Осраҡлылар оҙаҡҡа түҙмәй”, – ти Эльза Рәзиф ҡыҙы ла.
Әгәр бөгөн Ҡарттар һәм балалар йортондағы кешеләр йылмая, хыял­лана, тормошҡа шатлана икән, һис шикһеҙ, был – интернат хеҙмәткәр­ҙәренең ҡаҙанышы. Эльза Шәйхетдиноваға һүҙ бирәйек:
– Бында төрлө йәштәге, төрлө холоҡло, төрлө социаль ҡатламға ҡара­ған кешеләр йыйылған. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – тыныс, татыу мө­хитте һаҡлау. Ә кешеләрҙең көнкүреш ваҡ-төйәге өсөн әрләшеп китеүе, кем­деңдер шәфҡәт туташына асыуланыуы, икенсеһенең аш-һыуҙы оҡшат­мауы һәм башҡа мең сәбәп табылыуы ихтимал. Ниндәй генә хәл булмаһын, кешене тыңлай белеү, уртаҡ ҡарар табыу һәм аңлашыу мөһим. Беҙҙең тәр­биәләнеүселәр ошоно яҡшы аңлай, шөкөр. Тағы бер үҙенсәлек бар: үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ бул­ған осраҡта ла, кемдер ситтән килеп учреждение тураһында ғәҙелһеҙерәк һүҙ әйтә икән, барыһы ла бер бөтөн булып уртаҡ йортон яҡлаясаҡ. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим.
Хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, һәр кем үҙ урынында эшләй, үткенселәр беҙҙә юҡ. Шулай ҙа иң ҡатмарлыһы – кешегә ҡайҙа һәм ни өсөн эләккәнен аңлатыу. Эйе, бәғзе бер осраҡта ҡайһы берәүҙәр яҡындары уны ҡайҙа алып килгәнен белмәй ҙә ҡала...
Бына бер миҫал. Былтыр Йылайыр районынан туғандары оло йәштәге кешене килтерҙе. Бабайҙы тәртип буйынса тәүҙә медицина изоляторына һалдыҡ. Эргәһендә генә шәфҡәт туташтарының бүлмәһе урынлашҡан. Бер ваҡыт уларҙың ҡолағына салын­ған: кемдер ҡысҡырып, әсенеп илай һәм нимәлер аңлатырға маташа икән. Әлбиттә, ҡыҙҙар күрше бүлмәгә йүгереп ингән.
– Улар мине алданы, алданы! Ниңә мине бында килтерҙеләр? – тип бабай ҡыҙҙарға ташланған.

Баҡһаң, туғандары “шифаханаға алып барабыҙ” тип, оло кешене алдап, документтарын туплап, беҙҙең учреждениеға килтергән икән. Әлбит­тә, ҡарт кешенең күҙ йәшен тыя алмай илауы бик аяныслы, йөрәк өҙгөс күренеш булды.
Районына шылтыратып белешһәк, туғандары уның йортон үҙҙәренә яҙ­ҙырып өлгөргән, ә бер кемгә лә кәрәк­мәгән бабайҙы беҙгә ебәргәндәр булып сыҡты. Бабай бер йыл самаһы бер кем менән дә аралашманы, үҙ-үҙенә йомолдо, учреждение тормошонда ҡатнашманы. Психологтар уның менән күп эшләне. Яңы йылға табан, ҡар яуғас, уның йә ҡар көрәүен, йә юлды һепереп ҡуйыуын күрә баш­ланыҡ. Шәфҡәт туташтары, тәжри­бәле ҡыҙҙар, был хәлде шунда уҡ элеп алды: теге йәки был эшкә йәлеп итә башланылар. Бабай ылығып китте. Эргәлә балаларҙың булыуы ла уның өсөн файҙаға булды – асылды, күңеле күтәрелә башланы. Быйыл яҙ уның тәүге тапҡыр йылмайғанын күрҙек... Был хәлде иҫләгән һайын, күңелде әрнеү баҫа: шул тиклем ыңғай, ихлас, тыныс бабай нимәһе менән туғандарына ярамаған? Үҙ аяғында йөрөй, эшләй, һөйләшә – тағы нимә кәрәк?
Шулай, ваҡыт үтеү менән кешеләр учреждениеға өйрәнә, ҡыҙыҡһы­ныуҙары, шөғөлдәре барлыҡҡа килә.


Тормош бында гөрләп тора


Эйе, нисек кенә ҡыйын һәм ҡатмарлы булмаһын, кешеләр тормоштан йәм табып йәшәргә өйрәнә барыбер.

– Беҙҙең учреждениела йәшәгән кешеләр араһында дуҫлыҡ мөнәсә­бәт­тәренән тыш, ҡайһы саҡта мөхәб­бәт осҡондары ла ҡабына. Һөҙөмтәлә ғаиләләр барлыҡҡа килә. Үҙ сира­тыбыҙҙа уларға ярҙам итергә, бергә йәшәү өсөн бүлмә хәстәрләргә, шарттар булдырырға тырышабыҙ. Көн­дәлек реабилитациялау, күнекмәләр кешеләрҙе әүҙем тормошҡа ҡайтара, йәшәү йәме барлыҡҡа килә. Кемдәрҙер өйҙәренә лә әйләнеп ҡайта. Ошондай осраҡтар беҙгә эшләү дәрте өҫтәй, ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәҫкә өйрәтә, сыныҡтыра. Элек интернатта йәшәүселәрҙең физиологик ихтыяждарын хәстәрләү төп маҡсат булһа, хәҙер иһә уларҙың ялын ойоштороу, реабилитациялау, абилитациялау ҙа мөһим, шуға күрә беҙҙә йырлайҙар, бейейҙәр,

төрлө һөнәрҙәрҙе камиллаштыралар, район, республика, Рәсәй күләмендәге сараларҙа ҡатнашалар, – тип дауам итә Эльза Рәзиф ҡыҙы.
Ә тетрәндерерлек тарихтар күп бында. Һәр кешенең – үҙ яҙмышы, үҙ юлы. Етәксе уларҙың бер нисәүһен телгә алды. Мәҫәлән, Валя һәм Иван тигән оло йәштәге кешеләр тап ошо интернатта табышып ҡауышҡан. Улар бик матур итеп донъя көткән, баҡса ултыртҡан, көҙгө уңыштан төрлө салаттар, маринадтар эшләгән, башҡаларҙы ла һыйлаған. “Күптәргә өлгө булырлыҡ кешеләр ине”, – ти Эльза Рәзиф ҡыҙы улар хаҡында.
Рауил тигән уҙаман менән Альби­на­ның тарихы ла тетрәндергес. Ир бында эләгеү менән, 30 йәшлек һылыу ҡатынды күреп, ғашиҡ булған. Тормошондағы аяныслы ваҡиғанан һуң беренсе төркөм инвалиды булып ҡалған Альбина оҙайлы ваҡыт дауаханала ятҡан, хәстәргә һәм йылыға мохтаж буған. Ир кеше, уға тәҡдим яһап, даими тәрбиәләргә, хәстәрләргә һүҙ биргән.
– Тәҡдим яһар өсөн Рауил беҙҙең менән дауаханаға барҙы. Әйтер һүҙен әйткәс, Альбина аптырап миңә ҡара­ны: “Ни эшләргә?” “Оҡшаһа, ризалаш, әлбиттә. Тормоштағы шатлыҡ­тарҙы ла, көйөнөстәрҙе лә бергә кисереү еңелерәк”, – тинем. Беҙ яңылыш­маныҡ, улар – бик матур, ыңғай пар, – тип хәтерләй Эльза Рәзиф ҡыҙы.
Рауил менән Альбина никах уҡытҡан, ике йылдан мөнәсәбәттәрен рәсми теркәгән, уларға йәшәргә айырым бүлмә биргәндәр. Тағы шуныһы ла мөһим: улар икеһе лә хәҙер үҙ­ҙәрен тормошҡа ҡайтарған учрежде­ниеның хеҙмәткәрҙәре булып тора: Альбина кухняла ярҙам итә, ә Рауил ағайҙың ҡулы оҫта, бығаса йыһаз фабрикаһында эшләгән, шуға ла учреждениелағы барлыҡ ремонт эштәрен ул башҡара, балаларға өҫтәл-ултырғыстар яһай, кәштәләрен ҡуйып бирә – ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Унан тыш, бәләкәстәрҙе лә ошо эшкә ылыҡтыра, ағас менән эшләү түңәрәге алып бара, тормошҡа яраҡлашып йәшәргә өйрәтә.
Әйтергә кәрәк, икеһенең дә быға тиклем дә тормош тәжрибәһе булған, Рауил ағайҙың да, Альбинаның да яҡын­дары, балалары бар. Улар интернатҡа даими килеп йөрөй, хәл беләләр. Үҙҙәре лә мөмкинлек булған­да ҡунаҡҡа барып ҡайта. Тағы ла шуныһы: Альбина оҙайлы дауалан­ғандан һәм реабилитация үткәндән һуң өсөнсө төркөм инвалиды статусын алған, һаулығы күпкә яҡшырған.
– Беҙҙең интернатта ауыр тормош хәлендә ҡалып (мәҫәлән, авариянан һуң аяҡһыҙ ҡалған кешеләр ҙә килә), реабилитацияға эләккәндәр бар. Улар ниндәйҙер ваҡыттан һуң, нығынып, өйҙәренә кире ҡайтып китә, йәшәү йәмен ҡайтарҙығыҙ, тип рәхмәтле сәләмдәрен еткереп тора. Эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе – ошо, – ти етәксе.


Бәғерһеҙлек сығанағы ҡайҙан?


Ғөмүмән, оҙаҡ йылдар өлкән йәш­тә­геләрҙе һәм бәлиғ булмағандарҙы реабилитациялау һәм социаль хеҙмәтләндереү тармағында эшләгән Эльза Шәйхетдинованың багажында төрлө тарихтар бик күп. Тормош хаяһыҙлығы алдында баҙап ҡалған, ярҙамға һәм хәстәргә мохтаждарҙы бер бөтөн итеп татыу һәм яуаплы коллектив туплаған етәксене тыңлайһың да, уның һаман да иҫ киткес нескә һәм изге булмышлы кеше булып ҡала алғанына, күңеле ҡатмағанына һоҡланмайынса булдыра алмайһың. Уның һүҙҙәренә тағы берҙе ҡолаҡ һалайыҡ:
– Беҙҙең эштә иң төп ғәмәл – бында йәшәгәндәрҙең тормошҡа ышаныс менән бағыуы, йәшәргә теләүе, артабан уңыштарға өлгәшеүе. Өлкән йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа төрлө маҡсаттар ҡуя һәм һөҙөмтәгә өлгәшә икән, тәүге сиратта, был беҙҙең эшкә баһа, шул уҡ ваҡытта илһам сығанағы һәм артабан эшләргә дәрт-дарман биреүсе үҙенсәлек тә.
Ә был эштә ниндәй генә хәлдәр менән осрашмайһың! Ҡасандыр миллиондар менән эш иткән кешеләр ҙә, элекке уҡытыусылар ҙа, полиция хеҙмәткәрҙәре лә, нефть тармағында эшләп, ярайһы һөнәри үрҙәр яула­ғандар ҙа бар бында. Уларҙы бер уртаҡ һыҙат берләштерә – бөгөн килеп береһе лә яҡындарына кәрәк тү­гел. Ҡасандыр улар көслө, ғәйрәтле, аҡсалы саҡта яҡындары өсөн йәшәгәндәр. Ә бөгөн ни өсөн улай килеп сыҡҡан һуң? Ҡайҙан килә кешеләрҙә яҡындарына ҡарата ундай бәғерһеҙлек, битараф­лыҡ? Нисә йыл эшләйем, әммә ошо һорауҙарға яуап таба алмайым.
Шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа булып тора беҙҙә: ҡайһы саҡта беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙҙы алып ҡайтып китә­ләр. Бына күптән түгел Людмила әбейҙе алырға килделәр. Ул беҙҙең учреждениела 2005 йылдан йәшәй ине. Бығаса Бүздәк районындағы ошондай уҡ учреждениела бер әбей менән бергә донъя көткән, ул түшәктә ятҡан. Икеһе бергә Иҫке Байышҡа күскәс тә, Людмила ханым әхирәтен ҡараны, бик матур хәстәрләне. Әйте­үенсә, уның ике балаһы бар, Санкт-Петербургта йәшәйҙәр. Саҡырғандар, әммә Люся әбей “сит-ят ергә бармайым” тип баш тартҡан һәм ошолай ҡарттар йортона килеп эләккән.
Юл төшкәндә балалары килде, әлбиттә. Улар ҙа хәҙер йәш түгел, илле йәште үткән кешеләр. Йыл һайын бер аҙна беҙҙең учреждениела булып (махсус ҡунаҡхана бүлмәһе бар), әсәһен тегендә-бында алып барып, күңелен күреп китәләр ине.
Быйыл иһә улы ҡәтғи рәүештә Людмила ханымды үҙе менән алып китергә ҡарар иткән. “Балаларым үҫте, өй ҙур, бында ҡалдырмайым” , – тине ул. Люся әбей, беҙҙең учреждениеға ныҡ өйрәнгәс, бер аҙ иламһырап, көйөп тә алды, бармаҫҡа ла булғайны, беҙ уны өгөтләнек – был йәштә яҡындары янында барыбер күңеленә йылыраҡ булыр... Хәҙер шылтыратып тора, бик ҡәнәғәт, күңеле көр һәм тыныс. Беҙ ҙә уның өсөн бик шатланабыҙ.
Оло йәштәгеләр менән бер ҡыйыҡ аҫтында балалар йорто ла эшләгәнен әйткәй­нек. Бында ла ҡайһы саҡта мөғжизәгә урын бар. Тормошта ошондай хәл йыш осрай: бала инвалид булып тыуһа, йәш ата-әсәләр киләсәктәге проблемаларҙан ҡурҡып, унан баш тарта. Ә инде дауаханала: “Бала бындай диагноз менән барыбер йәшәмәйәсәк”, тип өҫтәһәләр, бө­төнләй эштәр харап... Беҙҙә ошо юл менән эләккән балалар бихисап.
Әммә хәҙер социаль селтәрҙәр, Интернет бар: балалар яҡындарын йә яҡындары уларҙы табып ала, хат алыша башлай... Мәҫәлән, үрҙә телгә алынғанса, бала табыу йортонда уҡ ата-әсәһе баш тартҡан А. тигән малай бар ине беҙҙә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәш атай менән әсәй дауаханаға кире әйләнеп килгән, тик балағыҙ үлде, тип әйткәндәр. Артабан ғаиләнең тормошо бер ҙә ыңғай бармаған: сабыйҙары тыуғандан һуң үлеп тик торған, ғаилә лә ошо нигеҙҙә тарҡалған. Әсә Башҡортостанда ҡалған, ә атай алыҫ Себергә эшкә юлланған...
Егерме йыл үткәс, А.-ның яҡын туғаны социаль селтәрҙә үҙенә оҡшаған егетте күреп, хайран ҡалған. Уның менән бәйләнешкә инеп аралашҡас, үҙенең ағаһының улы икәнлеген асыҡлаған. Был хаҡта кисекмәҫтән А.-ның атаһына ла еткергән.
Ошо йылдар эсендә ир, әлбиттә, күптән икенсе ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән, әммә был хәбәрҙе ишеткәс, ирҙең ҡатыны шунда уҡ Башҡортостанға килде һәм А.-ны атаһы янына алып ҡайтып китте (атаһы тайгала эштә ине). Ошо мөғжизә түгелме ни? Бындай ваҡиғалар яҡтылыҡҡа өндәй, өмөт уята бит ул”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Эльза Шәйхетдинова.
Пандемияның үҙ ҡанундары


Коронавирустың социаль тармаҡ эшмәкәрлегенә сикләүҙәр өҫтәгәне мәғлүм: быйыл 16 апрелдән учреждение ябыҡ режимда эшләй. Быға тик­лем бында төрлө саралар йыш үт­кә­релгән, башҡа йорт-интернат­тарҙа йәшәгәндәр менән аралашып-осрашып торғандар, әлегә иһә тормош үҙ ҡаҙанында ғына ағырға мәжбүр. Әлбиттә, был осор һәммәһенә лә яуаплылыҡ өҫтәгән, шул уҡ ваҡытта бында йәшәгәндәргә медицина ярҙа­мы, социаль яҡлау, хәстәр һәм тәрбиә тулы күләмдә күрһәтелеүе дауам итә.
Әлегә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күберәк үҙ бүлмәләрендә ваҡыт үткәрә, яҡындары менән Интернет селтәре, телефон аша аралаша. Әммә шөғөлдәрен ташламайҙар: кемдер ҡул эштәре менән мауыға, бәғзеләр учреждение биләмәһендә сәскәләр үҫтерә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләй. Ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә.
Ә яҙманы Эльза Рәзиф ҡыҙы Шәйхетдинованың һүҙҙәре менән йомғаҡлағы килә. Һис шикһеҙ, уйланырға урын бар:

– Әлеге ваҡытта кәйефебеҙ көр, учреждениела ғауға ла, сирләүселәр ҙә юҡ. Киреһенсә, был осор беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Ҡасандыр ошонда эшкә килеүем бик тә мөһим, яҙмышымды хәл иткән аҙым булған икән. Ошо йылдар миңә ныҡ ҙур тәьҫир яһаны, эске кисерештәремде, тойомлауҙарымды үҙгәртте. Йәш һәм сәләмәт саҡта кеше ҡартлығы хаҡында уйлап та бирмәй, ә өлкәнәйгән һайын, шуны аңлайһың: йәшлек ул – бер осор ғына, ғүмереңдең төп өлөшө өлкән йәштә үтәсәк. Был мәлдә ҡиммәттәр ҙә, өҫтөнлөктәр ҙә үҙгәрәсәк...
Тап бында эшләй башлағандан һуң мин ғаиләмә лә икенсе күҙлектән баҡтым, уның ни тиклем ҡиммәтле һәм мөһим икәнлеген тәрәнерәк аңланым. Оло йәштәгеләр – әбейҙәр һәм бабайҙар, ошо йәшкә етеп, яҡындары йылыһынан, балалары, ейәндәре иғтибарынан мәхрүм икәнлеген күреп, учреждениела мөмкин тиклем йылы, тыныс мөхит булдырырға тырыштым. Шөкөр, эшебеҙ уң бара, бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға ынтылабыҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙ ҡәҙимге социаль учреждение ғына түгел, беҙ уртаҡ йортта татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ.

Читайте нас