Социаль мәсьәлә
30 Сентябрь 2020, 19:15

Халыҡты берләштерер майҙансыҡҡа әйләнәсәк

Борайҙа Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм ижтимағи башланғыстарға ярҙам итеү муниципаль ресурстар үҙәге асылды.

Борайҙа республикала беренсе булып Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм ижтимағи башланғыстарға ярҙам итеү муниципаль ресурстар үҙәге асылды.
Ул “Яңы мөмкинлектәр” проектына ярашлы барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, был проект республика Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан һәм Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды булышлығында тормошҡа ашырыла.
Ошо эш һөҙөмтәһендә хәҙер Борай районындағы коммерцияға ҡарамаған сектор һәм ижтимағи башланғыстар яңы һулыш аласаҡ. Ресурстар үҙәге иһә райондың әүҙем кешеләрен берләштергән майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Унда коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәренә төрлө мәғлүмәт, кәңәштәр биреләсәк, инициативалы граждандар өсөн методик семинарҙар ойоштороласаҡ.
Ресурстар үҙәге рәсми асылғанға тиклем үк эш башланы. “Яңы мөмкинлектәр” проектына ярашлы, “Муниципаль социаль проектлау”, “Социаль проектлау буйынса оҫталыҡ класы”, “Үҙеңдең проектыңды формалаштырабыҙ”, “Муниципаль ресурс майҙансыҡтары: төрҙәре, маҡсаттары, ресурстары, ихтыяж” тигән семинарҙар үткәрелде. Йәнә шуныһы, проектты тормошҡа ашырған ваҡытта “Таңғатар” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы барлыҡҡа килгән. Киләсәктә Борай районында был сектор тағы ла киңәйтелер тип көтөлә.
Фото: Борай районы хакимиәте.
Читайте нас