Социаль мәсьәлә
2 Октябрь 2020, 05:42

Йәшәйеш йәме – хеҙмәттә һәм сабыйҙарҙа

Сит балалар булмағанына инанған улар.

Әлшәй районына командировкаға барғанда ике үҙенсәлекле ғаилә менән танышырға насип булды. Икеһе ике төрлө булһа ла, уларҙы берләштергән, бер рәткә ҡуйған күркәм сифаттар бар: бөтә булмышын һәм тормошон балаларға бағышлаған атай-әсәйҙәр “сит балалар булмай” тигән хәҡиҡәткә инанып йәшәй.


Әүҙемдәр, берҙәмдәр


Фәрүәзовтар менән күңелле сарала таныштыҡ: Раевка ауылында күптән көтөлгән заманса бассейн асыу тантанаһына барлыҡ ғаиләһе менән килгәйне улар. Байрам алдынан булған күңелле ығы-зығы араһында бер аҙ әңгәмәләшеп алырға ла ваҡыт таптыҡ.
Наталья менән Илдар Фәрүәзов­тар биш бала тәрбиәләй. Әсәгә – 35 йәш, ул йорт хужабикәһе, атайға – 43 йәш, ул инвалид бала тәрбиәләй (ҡануниәт буйынса, был хеҙмәт төрө тип иҫәпләнә).
Йәнә шуныһы ла бар: табышып ҡауышҡанда уларҙың икеһенең дә тормош тәжрибәһе булған. Ир тыу­мыштан һаулығына бәйле проблемалары булған Нияз улын яңғыҙы тәрбиәләгән, Наталья Никита исемле улы менән икәү генә донъя көткән. Илгәҙәк ҡатынды Илдар ғына түгел, улы Нияз да шунда уҡ үҙ иткән. Никита менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡандар...
Хәйер, был тулҡынландырғыс һәм өмөт тулы осорға байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән: ғаиләлә тағы өс бала тыуған, Фәрүәзовтар үҙ ҡулдары менән яңы йорт һалып сыҡҡан. Был ғаиләне Раевка ауылында белмәгән кеше юҡ, сөнки улар барлыҡ сара­ларҙа ҡатнаша, ауыл томошоноң әүҙем ағзалары. Балалары ла әленән-әле төрлө йүнәлештәге уңыштары менән шатландырып тора.
Ниязға хәҙер 17 йәш. Ул, мөм­кинлеге сикләнгән булыуға ҡара­маҫтан, тиҫтерҙәренән ҡалышмай, ауылдағы Пионерҙар йортондағы түңәрәктәргә йөрөй. Бигерәк тә “Робот техникаһы” түңәрәге, “Эҙләү” тыуған яҡты өйрәнеү студияһы уны ылыҡтыра. Үҫмер үҙенсәлекле белем ихтыяждары булған балалар өсөн ойошторолған “Эргә-тирәмдәге донъя” республика туристар-тыуған яҡты өйрәнеү конкурсында призлы урын яуларға ла өлгөргән.
Никитаға – 14 йәш. Ул IX класта белем ала. Пионерҙар йортондағы “Велосипед туризмы”, “Робот тех­никаһы” түңәрәктәрендә, “Тәгәрмәс” мотоклубында шөғөлләнә. Үҫмер Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең “Изгелек каникулға китмәй” конкурсында – еңеү, “Геология – бөтәһе өсөн” республика геология, “Тәбиғәттә – хәүефһеҙлек” республика турист викториналарында призлы урындар яулаған.
Ғаиләләге өсөнсө бала Данилға – ун йәш. Ул IV класта уҡый, өлкән­дәр кеүек, Пионерҙар йорто түңә­рәктәрендә шөғөлләнә. Каринаға – туғыҙ йәш. Ул да, ағаларына эйәреп, велосипед туризмын үҙ итеү менән бер рәттән, музыка түңәрәктәрендә лә шөғөлләнә.
Төпсөктәре, һигеҙ йәшлек Ильяс, III класҡа барған, үрҙә телгә алынған түңәрәктәрҙә шулай уҡ ихлас шө­ғөлләнә. Район хакимиәтенең мәға­риф бүлеге хеҙмәткәрҙәре Фәрүәзов­тарҙың ғаиләһен һәр яҡтан маҡтап телгә алды, уларҙың әүҙемлеген, берҙәмлеген билдәләне.
Наталья, әлеге ваҡытта фәҡәт балалар менән шөғөлләнһә лә, белеме буйынса музыка уҡытыусыһы. Тормошта кәрәк булыр тип, ашнаҡ­сы-кондитерға уҡығанын да телгә алды ул.
– Әммә тәү сиратта мин үҙемде әсә итеп тоям. Миңә балалар бер ваҡытта ла ҡамасауламай, улар менән һәр саҡ рәхәтләнеп аралаша­быҙ, төрлө эштәр менән шөғөллә­нәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Унан тыш, балаларыбыҙҙың дуҫтары өсөн дә ишектәр һәр саҡ асыҡ. Тормош беҙҙең йортта гөрләп тора, – ти Наталья.
Илдар ҙа тормошон балаларға бағышлаған. Ғаилә быйыл күмәкләп Торатауға барып ҡайтҡанын ғорур­ланып һөйләй. Йыш ҡына, миҙгелгә ҡарамаҫтан, балалар менән тәбиғәт ҡосағына ла сығалар, унда усаҡ яғып, шашлыҡ ҡуралар, уйындар уйнайҙар – был да ғаиләләге күптәнге матур йола.
– Иң мөһиме – дөрөҫ тәрбиә би­реү. Тап ошо күрһәткес буйынса аҙаҡ баланы баһалаясаҡтар. Шуға бер үк ваҡытта талапсан да булырға, икенсе яҡтан, һөйөүеңде лә күр­һәтергә кәрәк. Балалар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорғанда, тәү сиратта ышаныу һәм яратыу мөһим булһа, ғүмер ағы­шында уларҙың именлеге, сәлә­мәтлеге – төп маҡсат.
Әйткәндәй, тыумыштан мөмкин­леге сикләнгән Нияз хаҡында табиптар бәләкәй сағында теле асылмаҫ, үҫеше тотҡарланыр тигән күңелһеҙ күҙаллауҙар белдергән булған. Һөйөү хисе һәм бала менән шөғөлләнеү иһә бөтөнләй икенсе һөҙөмтәләр биргән: үҫмер ҡәҙимге мәктәптә уҡыған, тиҫтерҙәре менән сикләүһеҙ аралаша, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Был күренеш – ошондай бала тәрбиәләгән күп ғаиләләр өсөн үрнәк.
Фәрүәзовтарҙың күршеһендә яңғыҙ инәй донъя көтә икән. Наталья менән Илдар әйтеүенсә, был оло йәштәге ханым күптән туғанға әүерелгән. Ата-әсәләрен ерләгән ир менән ҡатын уны яҡыны һымаҡ күрһә, балалар “өләсәй” ти йөрөтә, иң мөһиме – даими ярҙам итеп торалар.
– Ярҙамсыллыҡ, ирекмәнлек кеүек сифаттар беҙҙең барлыҡ балаларға хас. Киләсәктә кемеһелер ҡотҡарыусы йә ирекмән юлын һайлаһа, аптырамаясаҡбыҙ, – ти Фәрүәзовтар.


“Балаларым – байлығым”


Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәгән Нурсилә менән Руслан Ризуановтар ғаиләһендә лә башҡаларҙыҡынан бер аҙ айырылып торған тормош тарихына тап булдыҡ. Нурсилә – Ауырғазы районынан. Йәшләй генә кейәүгә сығып, биш бала әсәһе булған ул. Әммә ҙур өмөттөр бағлап ҡорған тормошо селпәрәмә килгәс, “артабан нисек йәшәрмен” тип оҙаҡ уйланып, өмөтһөҙләнеп ултырмаған, ә балаларҙы ҡарар өсөн башкөллө эшкә сумған. Ана шундай осорҙа, Әлшәй районындағы бер ауыл фермаһында һауынсы булып эшләгәнендә, яҙмыш уны Руслан Ризуанов тигән ир менән осраш­тырған.
Әйтергә кәрәк, был ваҡытҡа ферма мөдире булып эшләгән Руслан да тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татып өлгөргән, арыған һәм абынған ваҡыттары ла булған. Эш шунда: уны ҡатыны ҡалдырып сығып киткән, ир ҡулында береһенән-береһе бәләкәйерәк өс бала ҡалған... Әле мәктәпкә барыу түгел, саҡ атларға өйрәнгән сабыйҙарҙы ҡарау йәш иргә еңелдән булмағандыр, әлбиттә. Тап ошо осорҙа яҙмыш уны Нурсилә менән таныштырып ҡауыштырған да. Бер нисә йылдан уларҙың тағы ла ике улдары донъяға килгән. Бына ошолай итеп, көтмәгәндә улар, бер бөтөнгә берләшеп, былай ҙа ишле ғаиләләрен тағы ла ишәйтеп ебәргән... һәм бәхетен тапҡан.
Һүҙҙең дөрөҫө шул: Ризуанов­тарға ун баланы аяҡҡа баҫтырыу, һәр ҡайһыһын үҫтереп оло тормошҡа оҙата барыу еңелдән булмаған һәм әле лә еңелдән түгел.
Улар, булған болдарын әсәлек капиталына ҡушып, Иҫке Аҡҡолай ауылында бәләкәй генә йорт һатып алған. Эйе, йортҡа газ үткән булһа ла, ул ярайһы иҫкергән, торлаҡ майҙаны ла бәләкәй. Уның ҡарауы, ихатаһы киң, яңы мунса күтәргәндәр.

Әлеге ваҡытта Нурсилә урындағы хужалыҡта мал ҡарай, йәй көнө көтөү ҙә көткән. Руслан Раевкалағы шәкәр заводында механизатор булып эшләй. Ауылда буш ятҡан баҡсаларҙы алып, күп итеп шәкәр сөгөлдөрө сәскәндәр: был көҙгөһөн уны заводҡа тапшырып, шәкәр алыу өсөн. Өс баш һыйыр малы, өс быҙау, ике сусҡа, һарыҡтар аҫрайҙар. Тракторҙары бар, баҡсаларына емеш-еләк ултыртҡандар.
Өс балалары хәҙер үҙаллы донъя көтә, балалар үҫтерә. Эльвир тигән улдары быйыл армиянан ҡайтҡан, эшкә урынлашыу өҫтөндә. Русалина, Ишембайҙағы нефть колледжын тамамлап, Өфө моторҙар берекмә­һендә хеҙмәт юлын башлап тора, ә һеңлеһе Руслана ошо уҡ уҡыу йортонда өсөнсө курста белем ала. Гүзәлиә, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Өфөләге медицина колледжына уҡырға ингән. Илнур менән Иҙел Дәүләкәндәге интернат-гимназияла V һәм VII кластарҙа белем ала. Эргәләрендә – төпсөктәре Батыр. Уға дүрт йәш.
– Күп балалы әсә булараҡ, Иҫке Аҡҡолайҙа ер майҙаны бирҙеләр. Әммә әлегә унда йорт күтәрергә матди мөмкинлек юҡ. Дәүләт ярҙамына ла өмөт итеп булмай: йә адреслы программаларҙың шарттарына тап килерлек түгел, йә башҡа сәбәптәре бар. Әммә күңелде төшөрмәйбеҙ. Ғүмер буйы фәҡәт үҙебеҙҙең көскә ышанып йәшәнек, әле лә бирешмәҫбеҙ, тип уйлайым. Балалар ҙа ҙурайып, бер-бер артлы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа тора. Шөкөр, уларҙың уңыштарына шатланып йәшәйбеҙ. Уҡыуҙарында һынатмайҙар, татыуҙар, ярҙам­сылдар. Өйҙәге барлыҡ эштәрҙе бергә башҡарабыҙ, айырым йәшәгән апай-ағайҙарына ла ярҙам итергә өлгөрәләр, – ти Ризуановтар.
Эйе, йәшәйеш йәмен хеҙмәттә һәм балаларҙа тапҡан, һауалағы торнаға өмөт итмәгән, үҙҙәренең сәм-дәрте менән тырышып-тырмашып донъя көткән күп балалы ғаилә булып сыҡты Ризуановтар.
– Пандемия ваҡытында дүрт бала дистанцияла уҡыны. Кәрәк булғас, егерме мең һум самаһы түләп, өйгә интернет үткәрҙек. Бына ошондай көтөлмәгән сығымдар ҙа булып тора. Һабан, сәскес һатып алдыҡ, иҫке булһа ла машиналарыбыҙ бар, икебеҙ ҙә рулдә йөрөйбөҙ, – тип һөйләй Нурсилә менән Руслан.
Ауыр саҡтарында берләшеп, бер-береһенең яраларын өрөп бәйләй алған, ун баланы ҡанат аҫтына һыйындырған, улар өсөн йәшәгән һәм эшләгән Ризуановтар, һис шикһеҙ, көслө булмышлы кеше­ләрҙән. Бигерәк тә уларҙың ҡыйын­лыҡтар алдында ҡаушап ҡалмауы, уңған һәм тырыш булыуы оҡшаны. Балалары уларҙың өмөттәрен аҡлар һәм киләсәктә тик уңыштары менән шатландырыр тип ышанғы килә.


Әлшәй районы.
Читайте нас