Социаль мәсьәлә
6 Октябрь 2020, 08:47

Баҡсаға хоҡуҡты теркәнегеҙме?

Баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында урынлашҡан баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡты “дача амнистияһы” буйынса теркәү тамамланыуға йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. “Амнистия”нан файҙаланып өлгөрмәгән Башҡортостан халҡына нимә эшләргә? Был турала “Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Наталья ШАҺИЕВА һөйләне.

Баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында урынлашҡан баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡты “дача амнистияһы” буйынса теркәү тамамланыуға йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. “Амнистия”нан файҙаланып өлгөрмәгән Башҡортостан халҡына нимә эшләргә? Был турала “Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Наталья ШАҺИЕВА һөйләне.


– “Дача амнистия”һы аныҡ ҡына ҡасан тамамлана?

– Баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнеү өсөн тәғәйенләнгән ерҙә һа­лынған баҡса һәм торлаҡ йорт­тарға хоҡуҡты теркәүҙең ябай­лаш­тырылған тәртибе 2021 йыл­дың 1 мартына тиклем ғәмәлдә ҡала. Тап ошо көнгә тиклем граждандар күсемһеҙ милеккә хоҡуғын “дача амнистияһы” буйынса теркәү мөмкинлегенә эйә.


– Бының өсөн нимә эшләр­гә?

– Баҡса йәки торлаҡ йортҡа хоҡуҡты теркәү өсөн иң элек кадастр инженерын саҡыртырға кәрәк. Һеҙ алдан уҡ үҙаллы тултырып ҡуйған декларация ниге­ҙендә (формаһын интернеттан алырға була) ул йорттоң техник планын төҙөр. Артабан 350 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләп, йортто кадастр иҫәбенә ҡу­йыу һәм уға хоҡуҡты теркәү ту­ра­һындағы ғариза менән күп йү­нәлешле үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә ҡала. Әйткәндәй, ғаризаға кадастр инженеры әҙерләгән техник план яҙылған дискты ла теркәү шарт.


– “Дача амнистияһы”нан фай­ҙаланып өлгөрмәгән­дәрҙе, уның ваҡыты тамам­ланғас, ниндәй үҙгәрештәр көтә?

– Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында был эште киләһе йылдың 1 мартына тиклем башҡарып өлгөр­мә­гәндәргә урындағы үҙидара органына күсемһеҙ милек объектын төҙөй башлау тураһында белде­реү ҡағыҙы ебәрергә, уға тейешле документтарҙы теркәргә, төҙөлөш тамамланғас, был хаҡта ла хәбәр итергә тура киләсәк. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдар, граждандан төҙөлөштөң тамамланыуы тураһындағы белдереүҙе һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алғандан һуң, ете эш көнөндә “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығына күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм уға милек хоҡуғын теркәүгә документ­тарҙы тапшырырға тейеш. Башта улар баҡса йәки торлаҡ йорттоң ҡануниәт талаптарына тап килеүен тикшерә.


– Мәғлүм булыуынса, “да­ча амнистияһы” буйынса баҡ­са йортона ғына түгел, башҡа күсемһеҙ милек объекттарына ла хоҡуҡты теркәргә мөм­кин...

– Кешегә Рәсәйҙең Ер кодексы ғәмәлгә индерелгәнгә, 2001 йылдың 30 октябренә тиклем ғүмерлек мираҫ итеп ҡалды­рылған йәки срокһыҙ файҙа­ланыуға тапшырылған ер участка­һына ла милек хоҡуғын ябай­лаштырылған тәртиптә тер­кәр­гә мөмкин. Тик граждандың ҡулында ергә хоҡуҡты билдәләгән ошондай документ: таныҡлыҡ, договор йә иһә ерҙең срокһыҙ фай­ҙаланыуға тапшырылыуы, ғүмерлек мираҫ итеп ҡалды­рылыуы тураһындағы акт, хужа­лыҡ кенәгәһенән өҙөмтә һ.б. бу­лырға тейеш. Хоҡуҡты билдәләгән документты милеккә хоҡуҡты теркәү тураһындағы ғариза менән бергә күп йүнә­лешле үҙәк офисына тапшы­рырға, 350 һумлыҡ дәүләт пош­линаһын түләргә кәрәк.


– Ниндәй йорттар – хоҡуҡ бел­дереү ҡағыҙы ебәреү тәр­тибе буйынса, ә ниндәйҙәре “дача амнистияһы” буйынса теркәлә?

– Торлаҡ йорт шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бүленгән ерҙә урынлашһа, хоҡуҡ – белдереү ҡағыҙы ебәреү тәртибе буйынса, йорт баҡса участкаһында икән, “дача амнистияһы” буйынса теркәлә.


– Күптән түгел киң мәғлү­мәт сараларында “дача амнис­тияһы”н 2022 йылдың мартына тиклем оҙайтырға тәҡдим итеүҙәре тураһында мәғлүмәт донъя күрҙе...

– Ысынлап та, “дача амнис­тияһы”н оҙайтыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр сыҡҡайны. “Росреестр”ға ла коронавирусҡа бәйле “амнистия”ны оҙайтыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр булды. Был турала ҡарар сыҡһа, өҫтәмә рәүештә мотлаҡ белдерербеҙ.
Читайте нас