Социаль мәсьәлә
6 Октябрь 2020, 08:42

Электрон хеҙмәт кенәгәһе: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Мәғлүмәттәрҙе юғалтыу хәүефе юҡ.

Хеҙмәт кенәгәһен әүәлгесә, ҡағыҙ форматта һаҡлап ҡалырға мөмкинме?

Эйе, мөмкин. Бының өсөн эш биреүсегә 2020 йыл аҙағына тиклем ирекле формала яҙылған ғариза тапшырырға кәрәк. Был осраҡта хеҙмәт кенәгәһе бер үк ваҡытта элеккесә, ҡағыҙҙа һәм яңыса, электрон рәүештә тултырыла. Хеҙмәткәр йыл аҙағына тиклем ғариза яҙмаһа, эш биреүсе кенәгәне ҡағыҙҙа һаҡлап ҡаласаҡ.


Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла хеҙмәт кенәгәһенең элекке форматын һаҡлап ҡала аламы?

Хеҙмәт кенәгәһе булған йәки уны 2020 йыл аҙағына тиклем алырға ниәтләгәндәрҙең бөтәһе лә уны традицион форматта ҡалдыра ала. Кеше 2021 йылда йәки һуңыраҡ тәүге эшенә урынлашһа, уның хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәре электрон төрҙә генә һаҡланасаҡ.


Электрон хеҙмәт кенәгәһенә күскәс, ҡағыҙҙағыһын нимә эшләтергә, ташларғамы?

Кеше электрон хеҙмәт кенәгәһен һайлай икән, был әүәлге ҡағыҙ кенәгә ҡулланылмай, әһәмиәтен юғалта тигәнде аңлатмай. Ҡағыҙ кенәгәне ташларға ярамай, сөнки ул 2020 йылға тиклемге хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр сығанағын тәшкил итә. Хеҙмәт кенәгәһенең электрон төрөндә мәғлүмәттәр 2020 йылдан ғына теркәлә.


Электрон хеҙмәт кенәгәһенән мәғлүмәттәрҙе нисек алырға?

Электрон хеҙмәт кенәгәһенән мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы сайтындағы шәхси кабинеттан алырға мөмкин. Мәғлүмәтте ҡағыҙға сығартып та алырға була. Бының өсөн эш биреүсегә (һуңғы эш урыны буйынса), Рәсәй Пенсия фондының территориаль органына, күп йүнәлешле үҙәккә ғариза бирергә кәрәк.


Күпме ваҡыт эсендә эш биреү­сегә Пенсия фондына мәғлүмәт­тәрҙе тапшырырға кәрәк?

Эшкә алғанда йәки бушатҡанда мәғлүмәттәр ҡарар сығарылғандың иртәгәһенә үк тапшырылырға тейеш.

Кадрҙарға ҡағылышлы башҡа үҙгәрештәр, мәҫәлән, хеҙмәткәрҙе яңы вазифаға күсереү йәки уның тарафынан хеҙмәт кенәгәһе төрөн һайлау тураһындағы мәғлүмәт отчет биреү айынан һуң килгән айҙың 15-енән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыла.
Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәт­тәре базаһы нисек һаҡлана? Мәғлүмәттең һаҡланыуы буйынса ниндәй гарантия бар?

Рәсәй Пенсия фондының мәғлүмәт системаһы шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәткә ярашлы аттес­тациялана.


Эш биреүсе Рәсәй Пенсия фондына хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе нисек ебәрә?

Пенсия фондына башҡа отчеттарҙы тапшырған кеүек үк.


Ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһенән айырмалы, электрон версияға тағы ла ниндәй мәғлүмәттәр инәсәк?

Мәғлүмәттәрҙең йөкмәткеһе буйынса ике кенәгә лә берҙәй булырға тейеш.


Эшкә урынлашҡанда электрон хеҙмәт кенәгәһен нисек тапшырыр­ға?

Мәғлүмәттәр эш биреүсегә ҡағыҙға сығарып йәки һанлы ҡултамға ҡуйып электрон төрҙә тапшырыла. Ике осраҡта ла эш биреүсе мәғлүмәттәрҙе үҙенең кадрҙар иҫәбе системаһына күсереп ала.


Эштән бушатылғанда хеҙмәт эш­мәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт электрон төрҙә генә теркәләме?

Юҡ, эштән киткәндә эш биреүсе хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте ҡағыҙға сығарып бирергә йә иһә электрон рәүештә бирергә тейеш (ундай мөмкинлеге булһа). Ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе һаҡланған икән, мәғлүмәттәр шунда теркәлә.


Мәғлүмәттәрҙең юғалыу йәки барыһына ла билдәле булыу хәүефе бармы?

Күп йыллыҡ тәжрибә Рәсәй Пенсия фондындағы мәғлүмәт системаларының ныҡлы һаҡланыуын һәм яҡланыуын күрһәтә. Системаны емереп асыу, мәғлү­мәттәрҙе үҙгәртеү йәки юҡ итеү мөмкин түгел. Шәхси иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәт айырым һаҡлыҡ системаларына индерелгән, шуға күрә уларҙы юғалтыу хәүефе юҡ.
Читайте нас